Бөтә яңылыҡтар
Суд залынан
26 Декабрь 2021, 21:10

Миллион һумлыҡ ... кейемдәме бәхет?

Илфар тәүге “табышына” Регинаға ул күптән хыял иткән алтын сылбырлы кулонды бүләк итте лә, өс айҙан яңы машина алып бирәсәген белдерҙе. Уныһы ҡыуана-шатлана фатирҙарына ҡайтты. “Бына бит, аҡыллым, теләһәң – булдыра алаһың”,-тине Регина...

Миллион һумлыҡ ... кейемдәме бәхет?
Миллион һумлыҡ ... кейемдәме бәхет?

Саф хистәрҙе нәфсе еңгән заман

Миллион һумлыҡ кейемдәме бәхет?

Кешегә бәхет өсөн ниҙәр кәрәк? Ауыр һынауҙар аша үткәндәр был һорауға: “Юлымда башҡаса мине йыға һуғырлыҡ ҡаршылыҡтар осрамаһын”,-тип әйтер. Яҡындарын мәңгелеккә юғалтҡандар көн-төн ебәрмәгән йөрәк һыҡрауын баҫыр дауа, ауырыуҙар һаулыҡ һорар. Үкенескә ҡаршы, бик күптәр бәхет өсөн аҡса мөһим булыуын белдерә.

Хәйер, быға аптырарға кәрәкмәйҙер. Сөнки телевидение, интернеттан көн-төн байҙар тормошона “дан” йырланғанда, улар кеүек алтын-көмөш һауыттарҙан ашау өсөн урлау-талау, аҙғынлыҡҡа барыу бер ни түгел икәнлеге күрһәтелгәндә, “ысын тормош шулай була икән” ти инанған йәмғиәттән нимә өмөт итәһең? Көн һайын үҙәк телеканалдарҙың береһендә, ни өсөндөр “светская львица” исемен йөрөткән, баштан-аяҡ силикон менән тултырылған ҡатын-ҡыҙҙарҙың миллион һумлыҡ сумкаһы, биш миллион һумлыҡ туфлиҙары, әллә нисә ҡатлы һарайы күрһәтелә. Шул уҡ ваҡытта улар ғорурлыҡ менән үҙҙәренең бер ҡайҙа ла эшләмәүен белдерә, байлығы булмағандарҙы аҡса эшләй белмәүҙә ғәйепләй. Ошо тапшырыуҙарҙы ҡараған йәштәр, айырыуса ҡыҙҙар, был паразиттар тормошона ғашиҡ була, һәр кем шулай йәшәргә тейеш, тигән фекерҙе үҙ итә. Һөҙөмтәлә, хәҙерге күп ҡыҙ балалар ашарға бешерә белмәй, өй эштәре лә ят уларға. Һәр береһе тиерлек күктән иҫ киткес бай кейәү килеп төшөп, уларҙы әкиәти тормошҡа алып китер, тигән ышаныста йәшәй. Һөҙөмтәлә, никахтар һаны ла, тыуым да кәмегәндән – кәмей бара. Өйләнмәй йөрөгән бар ир-егеттәр ҙә эскесе түгел бит. Улар араһында аҡыллы, тормошта үҙ урынын тапҡандары бар. Өйләнмәүенең сәбәбен һораһаң, барыһы ла: “Хәҙерге ҡыҙҙарға һинең айырым фатирың, сит ил машинаң, ҙур эш хаҡың кәрәк. Улай һатылған кәләш нимәгә ул? Яңғыҙ йәшәүең мең артыҡ”,-тиҙәр.

Эйе, аҡса мөнәсәбәттәре хис-тойғоларҙы еңгән, ҡурҡыныс заманда йәшәйбеҙ. Әлбиттә, ҡасандыр кешелек йөрәгенең иң ғәзиз урынын биләгән ниндәйҙер изге төшөнсәләрҙе юғалтыуын аңлап, аҡылына киләсәк барыбер. Ә хәҙергә ошо аҡса, байлыҡ өсөн кешеләр енәйәткә барырға ла ҡурҡмай, иркенән яҙып, яҡындарын ҡан илата.

Уйламаған “ҡотҡарыусы”

Мораттың көнө бөгөн дә уңманы. Иртән баш ауыртыуына түҙмәй уянып китте лә, эргәһендәге шешәне һәрмәп ҡараны. Юҡ, буш булып сыҡты. Күрәһең, төндә әшнәләре эсеп бөтөп сығып киткәндер. Ул тороп өйҙә һатып булырҙай әйберҙе ҡарай башланы. Юҡ, ҡатыны сығып киткәндән һуң нимәне осороп була, барыһын да көмөшкәгә алмаштырып бөттө. Кисә мунсаның мейесен һатып, рәхәтләнеп мәжлес ҡорҙолар.

Эйе, ҡасандыр ҡатыны менән барыһын көнләштерерлек итеп һалған донъяһы юҡҡа сығып бөттө инде. Барыһы ла һәйбәт ине лә бит. Тик балта оҫтаһы булған Морат йыш иҫереп ҡайта башлағас, ҡатыны тәүҙә өгөтләп, унан әрләп ҡараны. Аҡылына килмәгән ирен оҙаҡ әпәүләп торманы ул, тыуған ауылына ҡайты ла, икенсе кешегә кейәүгә сығып “һин дә мин” йәшәп алды ла китте. Моратҡа бер ҙә бала тапмай ине, ә яңы никахында бер-бер артлы икәүҙе табып алды. Быға Мораттың айырыуса асыуы килде. Ауылдарында эскән, бер ҡайҙа ла эшләмәгән ире менән ғүмере буйы йәшәгән ҡатындар бар бит. Ә уның бисәһе түҙергә теләмәне. Яңғыҙ ҡалған Морат тамам юлдан яҙҙы. Уның балта оҫтаһы булғанын да барыһы ла онотто, эшкә саҡырмай башланылар.

Морат баш төҙәтергә тапмағас, көнөнөң хәйерһеҙ килеүенә асыуланып, ишек алдындағы аламаларҙы унда-бында быраҡтыра башланы. Урамдан килеп ингән Илфарҙың үҙенә һүҙ ҡушҡанын да ишетмәне тәүҙә. Унан ҡулына пакет тотҡан егетте ҡапыл күреп, туҡтап ҡалды. “Нимә кәрәк һиңә?!”-тип екерҙе саҡырылмаған ҡунаҡҡа. “Баш ауыртамы әллә, ағай? Әйҙә, төҙәтәм”,-тине тегеһе пакетына ымлап. Морат тәүҙә ышанмай торҙо ла, унан: “Шунан башлайҙар һүҙҙе, ҡустым! Индек өйгә”-тип әйҙүкләне.

Илфар һаҫыҡ еҫ аңҡыған, бысраҡ йортҡа ерәнә-ерәнә инде. Морат өҫтәл өҫтөндәге буш шешә, һауыттарҙы еңе менән иҙәнгә һыпырып төшөрҙө. Уларҙың ҡайһыһы селпәрәмә килде, ҡайыһы тәгәрәп китте. Илфар пакетын бысраҡ өҫтәлгә түшәне лә, өҫтөнә араҡы, колбаса сығарып һалды. Ҡабымлыҡты күргән Морат оторо ҡыуанып китте. “Дәә, ҡустым, маладис булып сыҡтың, әй. Мин һине һауалы булғасһың, дошман күреп йөрөһәм”,-тип һаһылдап көлөп алды.

Илфар уға стаканды тултыра яҙып араҡы ҡойоп бирҙе. Морат уны ҡалтыранған ҡулдары менән саҡ тотоп, төбөнә тиклем эсеп тә ҡуйҙы. Илфар араҡы шешәһен уның яғына этте лә, йәнәһе “артабан үҙең дә ҡоя алаһың”, һүҙ башланы. “Ағай, йомош бар һиндә”. Морат егеттең үҙенә тигенгә килмәүен яҡшы аңлай ине. Тик ауылдаштары күптән йүнләп һүҙ ҙә ҡушмаған ирҙән нимә өмөт итә Илфар? Морат өндәшмәй уға текләне. “Ағай, һин шәп кеше лә инде. Ә ниндәй шарттарҙа йәшәп ятаһың. Әйҙә, бергәләшеп аҡса эшләйек. Унда баш төҙәтергә генә түгел, ашарыңа ла, кейенереңә лә булыр. Шәптән генә еңгәй алып ебәрерһең. Хәҙер һинән мыҫҡыл итеп, көлөп йөрөгән күрше-тирәң асыуынан шартларлыҡ аҡса эшләп була”,-тип ситтән һүҙ башланы Илфар.

Баш ауыртыуы ебәреп, үҙен кеше итеп тойған Морат: “Ҡустым, үлә яҙып ауырып йөрөгәндә һин генә ярҙамға килдең. Шулай булғас – мин риза”,-тине. “Ниндәй эш булыуы ла ҡыҙыҡһындырмаймы?”-тип һаҡ ҡына һораны Илфар. “Миңә барыбер, эсергә-ашарға булһа, шул еткән”,-тине Морат.

Егет ҡырҙа туҙып, ҡарауһыҙ йөрөгән малды урман яғына ҡыуырға кәрәклекте аңлатты. “Тик ағай, ул ваҡытҡа айыҡ, үҙ аяғыңда атлап йөрөрлөк бул. Шунһыҙ эш барып сыҡмаҫ”,-тине. Морат ризалашып, үҙенә “эш” сығыуына ҡәнәғәт булып тороп ҡалды.

Аҡсаң булғас, килеп алырһың”

Эх, Регина, ниндәй көнгә төшөрәһең бит һин мине! Ғүмере һөйләшмәҫ, аралашмаҫ кешенең йортона аяҡ баҫтырҙың...”

Ауыр уйҙарына батҡан Илфар ата нигеҙенең тупһаһына барып ултырҙы. Атаһы менән әсәһе күрше ауылға – апаһына китте. Ошо ҙур, ныҡ йортта кинйә бала булараҡ, Илфар ҡалырға тейеш ине. Ата-әсәһе уға өмөт бағланы, ҡартайған көндәрендә уға һыйынып йәшәйәсәктәренә ышанды. Ул үҙе лә тыуған ауылында йәшәргә хыялланды. Матур тәбиғәт, иркен ерҙә йәшәүе үҙе бәхет бит!

Тик Регина менән танышыу Илфарҙың хыялдарын да, тормошон да ҡырҡа бороп ебәрҙе. Күрше ауылда йәшәгән ҡыҙға үлеп ғашиҡ булды ул. Бер ай йөрөгәс тә, өйләнешергә тәҡдим итте. Регина: “Ярай, мин риза булдым икән дә ти. Ә ҡайҙа йәшәрбеҙ һуң?”-тип һораны. Илфар һөйгәнен ҡыуандырыр өсөн: “Әлбиттә, миндә. Беҙҙең йорт ҙур, бүлмәләре күп, иркен. Атай ул йортто миңә тип һалды”,-тине. Быны ишеткән Регинаның йөҙө үҙгәреп китте: “Мин һинең ата-әсәйең менән йәшәргә йыйынмайым. Ауылда ла торғом килмәй. Ҡаланан фатир һатып алһаң ғына, һиңә кейәүгә сығам”,-тип өйөнә инеп китте.

Илфар ҡыҙҙың үҙен аңлаясағына өмөт итте. Әҙерәк һағынып, уйланып алһын тип, Регинаға бармаҫ, шылтыратмаҫ булды. Тик дуҫтарынан ҡыҙҙың артынан ҡала егете йөрөй башлауын ишетеп, уның янына ашыҡты. Регина уның менән бик һалҡын һөйләште. Илфар: “Һин хәҙер икенсе егет менән йөрөй, тиҙәр, шул ысынмы?”-тип һораны. Регина уға мыҫҡыллы ҡарап: “Ә һин минең турала ғәйбәт йыйып ятаһыңмы? Нимә теләйем – шуны эшләйем, мин һинең бисәң түгел”,-тине лә, ҡайһы арала килеп туҡтаған бер машинаға ултырып китеп тә барҙы.

Илфар руль артында теге егет булыуын аңлап, һөйгәнен ҡыҙғаныуҙан үлә яҙҙы. Улдарының кәйефһеҙ йөрөүен күргән ата-әсә эштең нимәлә булыуын дуҫтарынан төпсөнөп, барыһын да белгән икән. “Улым, ундай ҡыҙҙан рәт сығамы? Нимәгә ул һиңә, онот”,-тигән кәңәш бирҙеләр. Тик Илфар Регинанан баш тарта алмай ине. Эшләп йөрөгән еренән эш хаҡын өҫтәтеп белешмә яҙҙырып алып, ҡаланан ипотекаға бер бүлмәле фатир алды. Тиҙҙән кәләштең ҡуйған талабы буйынса ҡала кафеһында туй үткәрҙеләр. Мәжлестең сығымы тулыһынса Илфарҙың ата-әсәһенә төштө. Регина: “Минең әсәйемдең һинең өсөн кәләш үҫтереп биргәне лә еткән”,-тине.

Илфар тағы бер кредит алып кәләшен Төркиәгә алып барып ҡайтты. Туйға төшкән аҡса иһә тулыһынса Регинаның ҡулында булды. Үҙенә ҡиммәтле тун һ.б. алған йәш кәләш Илфарға ниҙер һатып алыу тураһында уйлап та бирмәне. Аҡса етмәй башлағас, Илфар ял, байрам көндәрендә төҙөлөш эштәренә йөрөнө. Регина водитель таныҡлығына уҡып алды ла, хәҙер инде иренән машина таптыра башланы. Әҙ генә сабыр итеүен үтенгән Илфарҙы һаранлыҡта ғәйепләне, “Мине ҡарарға хәлеңдән килмәгәс, өйләнмәҫ кәрәк ине”,-тип ярһый башланы.

Йәш ҡатын үҙе эшкә урынлашырға уйламаны ла. Ҡәйнәһе ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатҡас: “Миңә өйҙә лә эш етерлек”,-тине. Төн уртаһына тиклем әхирәттәре менән кафе-ҡунаҡтарҙа йөрөп, төшкә тиклем йоҡлаған килененең ҡылығын ишетеп ҡалған ҡәйнә уны әрләй башланы. Тик эштән ҡайтып ингән Илфар Регинаны яҡланы. Ул кәләшенең һүҙен йыға алмай, атаһы һәм әсәһе менән бөтөнләй аралашмай башланы.

Регина көндән-көн нығыраҡ үпкәләй, үсегә башланы. Йәйгеһен диңгеҙ буйында ял итеүҙе, көндәлек тормошта ҡиммәтле биҙәүестәр, кейем талап итте. Илфар бәпәй тураһында һүҙ ҡуҙғатһа, “Бер мине ҡарарға эшкинмәйһең, бала булһа, астан үләсәкбеҙ”,-тип ауыҙын япты. Бурысҡа батҡан йәш ир нимә эшләргә белмәне. Регина сираттағы мәртәбә машина талап итә башланы. Илфарҙың: “Әлегә аҡса юҡ”,-тигәнен ишетеп, яңғыҙ йәшәгән әхирәтенә сығып китте. “Аҡсаң булғас килеп алырһың йәки айырылышайыҡ та ҡуяйыҡ”,-тине ул. Тик Илфар тормошон Регинаһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай ине шул. Нисек тә булһа һөйгәненә машина һатып алып бирергә кәрәк, тигән фекергә килде. Тик уның кредиты былай ҙа күп, алһа ла, түләй алмаҫ.

Байлыҡ урынына ситлек

Регинаны өгөтләп тә ҡайтара алмағас, Илфар кафеға инеп ултырҙы. Һөйгәненең: “Һин миңә өйләнгәндә алтын тауҙар вәғәҙә иттең! Теге айҙа уҡ машина алып бирәм тинең. Нимәгә праваға уҡырға ебәрҙең, машина алып бирергә хәлеңдән килмәгәс. Күрә алмайым мин һине!”-тигән һүҙҙәре ҡолағында яңғырап тик торҙо.

Шул саҡ кемдер яурынына төрткәнгә әйләнеп ҡараны. Элекке таныш егет. “Нимә кафеға килеп ул тиклем моңайып ултыраһың? Әйҙә, беҙгә ҡушыл”,-тип ситтәге ике егеткә ымланы. Илфар быларҙың янына барып ултырҙы. Бер нисә рюмка күтәреп алғас, кәйефе лә арыуланғандай булды. Ә Альфред һораша ла һораша. “Һин ҡайҙа? Нисек? Нимә менән шөғөлләнәһең?” Хәмер телен асҡан Илфар барыһын да теҙеп һөйләне лә бирҙе. Телефонынан Регинаһының фотоһын күрһәтте, “йәшәй алмайым унһыҙ” тип илаулап та алды, шикелле. Альфред кәләшенең һүрәтенә текләп алғандан һуң: “Матур ҡатындарға аҡса күп кәрәк шул... Тапҡанһың бошонор сәбәп! Регинаң ғына түгел, ә бар һылыуҡайҙар алдыңа килеп йығылырлыҡ аҡса эшләп була. Тик, үҙең аңлап тораһың, законлы юл менән байып булмай”,-тине.

Иҫерек Илфар ҙур аҡса өсөн барыһына ла әҙер булыуын белдерҙе. Иртәгәһенә айыҡҡас ул ниндәйҙер мәлгә “бушҡа ғына ризалаштым” тип уйлап алды ла, унан Регинаны үҙенә ҡайтҡанын күҙ алдына килтереп, выжданының ауыҙын томалап ҡуйҙы.

Морат ауыл тирәһендә йөрөгән малды һиҙҙермәй генә урман яғына ҡыуалай башланы. Һәр саҡ иҫерек ирҙең ҡырҙа, япа-яңғыҙы нимә эшләп йөрөгәне ауылдаштарын ҡыҙыҡһындырманы ла, шикелле. Ир әллә нисәмә тәүлек йортона ҡайтмай йөрөгән малды ауланы. Бына бер нисә ай ул үҙе теләгәнсә, “рәхәтләнеп” йәшәй. Бер килке малды ҡыуып алып китеп Илфарға әҙерләй ҙә, бының өсөн аҡса алып магазинға ашыға. Хәҙер инде темеҫкенеп, һоранып, ҡырын ятҡан әйберҙе урларға маташып йөрөү юҡ.

Илфар тәүге “табышына” Регинаға ул күптән хыял иткән алтын сылбырлы кулонды бүләк итте лә, өс айҙан яңы машина алып бирәсәген белдерҙе. Уныһы ҡыуана-шатлана фатирҙарына ҡайтты. “Бына бит, аҡыллым, теләһәң – булдыра алаһың”,-тине Регина. Иренең ҡайҙан, ниндәй юл менән аҡса табыуы уны ҡыҙыҡһындырманы ла. Иң мөһиме – Илфар уның бар талаптарын үтәргә әҙер. Тик уның ҡыуанысы оҙаҡҡа барманы.

Бер нисә ауылда “эш иткән” мал ҡараҡтары тотолоп, хөкөм ителде. Ашау – байҙан, үлем – хоҙайҙан, тип йәшәгән Мораттың быға иҫе лә китмәне. Ә бына Илфар, ҡайғынан бөгөлөп төшкән ата-әсәһенә лә ҡарамай, Регинаны көттө. Тик ул килмәне. Тикшереү эштәре барған саҡта уҡ Регина айырылышырға ғариза яҙа. Илфарҙың ата-әсәһе урланған мал өсөн зыянды ҡайтарыу өсөн ул һатып алған фатирҙы һатырға хәл итә. Тик торлаҡ тулыһынса Регинаның ғына исемендә булып сыға. Килен кеше ҡайны-ҡәйнәһен: “Тағы килһәгеҙ, полиция саҡыртам. Улығыҙҙы бур итеп тәрбиәләүегеҙ етмәгән, хәҙер мине таларға уйлайһығыҙмы?!”-тип ҡыуып сығара.

Бәхетте тик аҡса, байлыҡта күреү, ысын мөхәббәтте ауырыуҙан айыра белмәү, тағы бер нисә кешенең яҙмышын селпәрәмә килтерҙе. Ысын хистәрҙе нәфсе еңгән заманда аҙашҡан йәндәр күп булыр әле...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в