Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Июль , 18:05

ҠАЛДЫР ӘСӘЙЕМДЕ, ЗИНҺАР!

Әсәйем миңә: “Йортҡа инә тор”,-тине лә, үҙе биҙрәһен тотоп баҡса яғына китте. Мин инеп барған ерҙән әсәйемә боролоп ҡараным һәм телһеҙ ҡалдым. Әсәйемдең баш осонан бик күп нурҙар һуҙылған ине...

Минең әсәйем алтмыш йәшенә лә етмәй мәрхүмә булып ҡалды. Ул вафат булыр алдынан ике көн алда мин уны ишек алдында тап иттем. Әсәйем миңә: “Йортҡа инә тор”,-тине лә, үҙе биҙрәһен тотоп баҡса яғына китте. Мин инеп барған ерҙән әсәйемә боролоп ҡараным һәм телһеҙ ҡалдым. Әсәйемдең баш осонан бик күп нурҙар һуҙылған ине. Улар ҡояшҡа барып тоташа ине. Мин был күренешкә бер килке аптырап текләп торҙом. Әсәйем минең ҡарашымды күреп ни булғанын һораны. Мин уға нимә күргәнемде һөйләгәйнем, ышанманы, шикелле. Унан: “Бәлки, мин тиҙҙән үлермен?”-тип йылмайып ҡуйҙы.

Их, әсәй, ни тиклем хаҡ булған һинең һүҙҙәр! Ике көндән ул ҡапыл иҙәнгә ҡоланы. Мин “Ашығыс ярҙам” саҡыртып, ҡурҡышымдан ҡысҡыра башланым. Ә әсәйем матур итеп йылмайҙы ла: “Һин килдеңме, әсәй?”-тине. Мин: “Өләсәй, алып китмә, зинһар, әсәйемде, ҡалдыр уны миңә!”-тип илай башланым. Тик әсәйем мине ташлап китте. Инсульт, тинеләр. Әсәйемде юғалтыуы бик ауыр булһа ла, уның вафат булыр алдынан бәхетле йылмайыуы ғына мине тынысландыра.

Автор:Гузель Салихова