Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Июль , 14:50

Өс игеҙ бала донъяға килде!

-

Белорет районы Абҙаҡ ауылынан 38 йәшлек Нәзилә Хазырова – ысын герой-әсә. Ул өс игеҙ сабыйға ғүмер бүләк итеп, алты бала әсәһе булды.

Әлеге осраҡ шуныһы менән дә үҙенсәлекле: Нәзилә ярҙамсы репродуктив технологияларҙы ҡулланмайынса, тәбиғи юл менән йөккә уҙған.

Сабыйҙар операция ярҙамында һау-сәләмәт булып тыуған. Ике малай — 1,9 кг, ҡыҙыҡай — 1,5 кг.

«Нәзилә Хазырованың осрағы башҡорт ауылдарында батырҙар һәм һылыуҙар табырға һәләтле ҡатын-ҡыҙҙар бар икәнен йәнә бер тапҡыр раҫлай, — тип өҫтәнеләр перинаталь үҙәктә. — Әлбиттә, ошондай саҡырыуҙар алдында юғалып ҡалмаған табиптарыбыҙҙың һөнәри юғары оҫталығын да дәлилләй».
Сығанаҡ: Башинформ.
Автор:Лилия Такаева