Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Июнь , 16:08

Донъялағы иң күп ҡатынлы һәм балалы ир вафат булған

13 июндә 39 ҡатыны, 89 балаһы һәм 36 ейәне булған иң “бай” ир вафат булған.

Донъялағы иң күп ҡатынлы һәм балалы ир вафат булған
13 июндә 39 ҡатыны, 89 балаһы һәм 36 ейәне булған иң “бай” ир вафат булған. Уға 76 йәш булған. Ошо хаҡта news.mail.ru хәбәр итә.
Зиона Чана диабет һәм гипертониянан интеккән. Йәкшәмбе кис уны дауаханаға оҙатҡандар, һуңғараҡ иһә уның үлеүе хаҡында белдергәндәр.
Чана һәм уның ғаиләһе 4 ҡатлы йортта йәшәгән. Уларҙың мебель эшләү фабрикаһы һәм сусҡа фермаһы булған. Шунлыҡтан ул ауыл халҡын эш урыны менән тәьмин итеп торған. Ҡатындары һәм балалары баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән.
Матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, ғаилә бер ултырып ашау өсөн 30 кг тауыҡ ите, 60 кг картуф һәм 50 кг дөгө ярмаһы талап ителгән.
Сығанаҡ: https://vatantat.ru/2021/06/56544/