Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Июнь , 14:40

Бәхетле булһын һәр бала!

1989 йылдың 20 ноябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан «Бала хоҡуҡтары тураһында конвенция» ҡабул ителә. Беҙҙең илдә ул 1990 йылда үҙ көсөнә инә. Һәр баланы һаҡлау, яҡлау һәм балиғ булмағандар өсөн һәйбәт йәшәү шарттары булдырыу төп мәсьәлә булып тора.

1989 йылдың 20 ноябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан «Бала хоҡуҡтары тураһында конвенция» ҡабул ителә. Беҙҙең илдә ул 1990 йылда үҙ көсөнә инә. Һәр баланы һаҡлау, яҡлау һәм балиғ булмағандар өсөн һәйбәт йәшәү шарттары булдырыу төп мәсьәлә булып тора. Өлкәндәрҙең бурысы – балаларҙың әхлаҡи торошон, белем алыуын, һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеген хәстәрләү, йәмғиәттең насар йоғонтоһонан һаҡлау, шулай уҡ йәмәғәтселек тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙарын тәьмин итеү.
Бөгөн, Халыҡ-ара бала хоҡуҡтарын яҡлау көнө айҡанлы, бик күп саралар ойоштороласаҡ. Беҙ ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың тотош бала сағы бәхетле мәлдәрҙән генә торһон ине, тип теләйбеҙ.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.