Һаҡмар
+12 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Март 2021, 10:45
"Барлыҡ алтын миҙалдарҙы Башҡортостанға алып ҡайтығыҙ!"
"Милли проекттар" программаһына ярашлы спортты үҫтереү, сәләмәт тормошто пропагандалауға ҙур иғтибар бирелә. Шуларҙың береһе - ошо көндәрҙә Өфөлә үткән Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Батыр кубогы” тип аталған республика турниры.
"Милли проекттар" программаһына ярашлы спортты үҫтереү, сәләмәт тормошто пропагандалауға ҙур иғтибар бирелә. Шуларҙың береһе - ошо көндәрҙә Өфөлә үткән Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Батыр кубогы” тип аталған республика турниры.
Ул республикала тәүгә үткәрелә. Йыл аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ. Наградаларҙы иң юғары спорт уңыштары өсөн яҡшы спортсылар, тренерҙар, клубтар һәм федерациялар аласаҡ.
Турнир спорт байрамы менән асылды. Унда билдәле атлеттар республика уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров республиканың алдынғы спортсыларының оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны, шулай уҡ федерацияларға кәрәкле спорт ҡорамалдары алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы.
- Бында яҡшыраҡ, көслөрәк булырға теләгән өсөн килгән малай һәм ҡыҙҙарҙы күреүемә бик шатмын. Балалар уңайлы шарттарҙа спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн беҙҙең идара итеү командаһы күп көс һала. Һәм был үҫеп килгән быуын өсөн башҡара алған иң мөһим, кәрәкле эштер тип уйлайым, - тине Радий Хәбиров. – Ошо төҙөлгән спорт объекттары, яҡшы тренерҙарыбыҙ арҡаһында был балаларҙан ысын кешеләр үҫеп етер тип ышанам, тине Радий Хәбиров йәш спортсыларҙың ата-әсәһенә балаларын оҫталыҡ дәрестәренә килтергән өсөн рәхмәт белдереп.
Турнирҙы асыу тантанаһы һуңында Радий Хәбиров Башҡортостандың атҡаҙанған спортсыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
“Бөгөн Николай Красниковҡа боҙло мотоциклда йөрөргә өйрәнәм тип һүҙ бирҙем. Ҡарарбыҙ, бынан нимә сығыр”, - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи