Һаҡмар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Март 2021, 10:12

ЧЕМПИОНДАР ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСТӘРЕН ҮТКӘРҘЕ

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

1 мартта Р.Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә “Батыр кубогы” ҙур спорт байрамы ойошторолдо.
“Батыр кубогы” бер майҙанда исемдәре тотош донъяла билдәле спортсылар, мәҫәлән, билдәле грэпплер Джеффри Монсон, атҡаҙанған спорт мастеры, самбо буйынса ике тапҡыр донъя, универсаль алыш буйынса донъя, профессиональ панкратион буйынса донъя чемпионы, ASA лигаһында хәрби алыш төрҙәре буйынса ғәмәлдәге алышсы Венер Ғәлиев, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин, егерме тапҡыр донъя һәм ике тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәй шәхси чемпионат буйынса алты миҙал хужаһы Николай Красников, Рәсәйҙең бокс буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, донъя кубогын яулаған Нияз Фәйзуллин кеүек исемдәре донъяла билдәле спортсыларҙы йыйҙы. Әйткәндәй, был сара беренсе тапҡыр ойошторола.
Чемпиондар мәктәп уҡыусыларына мотоспорт, бокс, грек-рим көрәше, грэпплинг, дзюдо, ММА һәм көс экстримы буйынса оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтте. Ә был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Сығанаҡ: республика Хөкүмәте.
  • Читайте нас в