Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Февраль 2021, 11:19

Башҡортостанда ил президенты грантына спорт мәктәбе асылды

#нацпроект

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан иткәйне. Шул айҡанлы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһы башҡорт халҡының тарихы һәм башҡорт ере тураһындағы 100 иң яҡшы китапты асыҡлау буйынса һеҙҙән тәҡдимдәр көтә, дуҫтар.
Тарих һәм мәғариф белгестәре, әҙәбиәтселәр, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, студенттар, уҡыусылар һәм теләге булған һәр кем ошо исемлеккә индерерлек, башҡорт халҡының, республикабыҙҙың тарихын тәрәнерәк өйрәнеү өсөн уҡырлыҡ китаптарҙы тәҡдим итә ала. Улар башҡорт һәм урыҫ, хатта сит ил яҙыусыһының әҫәрҙәре, башҡорт һәм урыҫ телендә сыҡҡан төрлө жанрҙағы китаптар булыуы мөмкин. Иң мөһиме, халҡыбыҙҙың тарихы, рухи ҡиммәттәре, тотош Башҡортостаныбыҙ тураһында шәп мәғлүмәт бирһен.
Тәҡдимдәрҙе zs15@list.ru электрон адресына башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегенә 15 февралгә тиклем ебәрергә кәрәк.
Автор: Эльвира Әсәҙуллина