Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ғинуар 2021, 19:50

Һаҡмар йылғаһы буйлап

#Айыҡауыл2020#Трезвоесело2020#ТүбәнгеЯйыҡбайБаймаҡрайоны#НижнеяикбаевоБаймакскийрайон#ВсемирныйКурултайбашкир#БөтәдонъябашҡорттарыҠоролтайы#Сәләмәтлекһәмәүҙемоҙонғүмерлелекйылы#ГодздоровьяиспортивногодолголетияТүбәнге Яйыҡбай ауылы декабрь айында старт биргән "Һаҡмар йылғаһы буйлап" район сәләмәтлек марафоны әүҙем юлын дауам итә.

#Айыҡауыл2020
#Трезвоесело2020
#ТүбәнгеЯйыҡбайБаймаҡрайоны
#НижнеяикбаевоБаймакскийрайон
#ВсемирныйКурултайбашкир
#БөтәдонъябашҡорттарыҠоролтайы
#Сәләмәтлекһәмәүҙемоҙонғүмерлелекйылы
#Годздоровьяиспортивногодолголетия
Түбәнге Яйыҡбай ауылы декабрь айында старт биргән "Һаҡмар йылғаһы буйлап" район сәләмәтлек марафоны әүҙем юлын дауам итә. Марафондың штандарты Бикеш, Таулыҡай, 1-се Этҡол, Ярат ауыл биләмәләрен үтеп Йомаш ауылына барып етте. Алда - Әбделкәрим ауыл биләмәһе. Шуныһы ҡыуаныслы, ҡатнашыусылар саф һауала күмәкләп уйнарға ла, әүҙем аралашырға ла өлгөрә. Марафонда ауыл биләмәләре башлыҡтары ауылдар араһындағы дуҫлыҡты нығытырға, сәләмәт тормош алып барыуҙы хуплап спорт ярыштарын бергәләп үткәрергә һүҙ бирешәләр. Афарин!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был сәләмәтлек марафоны Һаҡмар йылғаһы буйлап урынлашҡан ауылдар буйлап бара, ҡатнашыусылар саңғыларҙа, скандинав таяҡтарында Һаҡмар йылғаһы өҫтөнән боҙ буйлап баралар. Сара сәләмәтлек һәм экологик маҡсаттарҙа "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә үткәрелә.
Гөлйемеш Ишмурзина.
Читайте нас: