Һаҡмар
-16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ғинуар 2020, 11:55

Ишбирҙеләр ғаилә менән сана шыуа

Ишбирҙе ауылы халҡы ғаилә менән саф һауала ял ойоштороп, бейек тауҙан бергәләп санала шыуҙылар. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Тышта ҡар яуа,ҡар яуа. Ниндәй саф һауа,саф һауа. Әйҙә сығайыҡ,сығайыҡ Сана шыуайыҡ,шыуайыҡ... - тип бик күңелле ял ойошторҙо кисә ишбирҙеләр. Сана шыуырға инәйҙәр, апайҙар ҙа килгән ине. Өләсәйҙәр ҙә, бала саҡтарын иҫкә төшөрөп, ейәндәре менән бергә тау аҫтына шыуып төштө. Саналарында балаларҙы кире тауға һөйрәп мендереп, бер ҙә генә арымай яңынан аҫҡа тәгәрәнеләр. Был көндө бигерәк тә 5-се класс уҡыусылары әүҙем һәм берҙәм булды. Билдәләнгән ваҡытҡа тиҙ арала саналарын арҡаларына тағып килеп тә еткәндәр ине. Саф һауала бергәләп ял итеү сараһын ойоштороуҙа урындағы атайҙар ҡоро ҙур әүҙемлек күрһәтте. Афарин, ишбирҙеләр!
Читайте нас: