Районда ВИЧ менән ауырыған 127 кешенең 2-һе бала
Йыл башынан республикала ВИЧ инфекцияһы менән ауырыған 788 кеше теркәлгән. Шуларҙың 500-ө – ир-егеттәр. Ғинуарҙан алып тағы ла 61 кешелә ул сир асыҡланған. Был ауырыуға дусар булған 124 ауырлы ҡатын-ҡыҙҙың 92-һе балаһын тыуҙырған. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда быйыл ВИЧ менән ауырыусылар һаны 10,7 процентҡа артҡан.
1987 йылдан алып ВИЧ инфекцияһы 32070 кешелә асыҡланған. Шуларҙың 9128-е үлгән. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килеүселәрҙең 946-һы шул сәбәпле иҫәпкә алынған.
Баймаҡ районында хәлдәр нисек? 2000 йылдан алып 232 кешелә ВИЧ инфекцияһы булыуы асыҡланған. Уларҙың 62-һе вафат булған, 19 кеше күсеп киткән, 1-әү республиканан мәжбүри сығарылған, 27-һе иҫәптән алынған. 2000 йылдан алып ауырыу әсәнән 27 сабый тыуған. 2018 йылда иһә ике бала үлемесле ауырыу менән донъяға килгән.
Бөгөн иҫәптә 127 кеше тора. Шуларҙың 68-е ауылда йәшәй, 87-һе – ҡатын-ҡыҙ. Ҡалала был ауыр сир йоҡторған 59 кешенең 31-е ир-егет. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был исемлектәр араһында 2 бала ла бар: береһе 12 йәшлек ҡыҙ һәм 5 йәшлек малай. Йыл башынан 6 кеше вафат булған. Беренсе тапҡыр был ауырыу асыҡланған 5 кешенең 4-һе ҡалала йәшәй.
Нисек кенә булмаһын, күңел өшөткөс был һандар тормошобоҙҙоң бер күренеше. Тағы ла шуныһы хәүефле: ҡайһы берәүҙәр уҫал ниәттә башҡалар менән енси мөнәсәбәткә инә һәм уларҙы ла зарарлай. Былтыр, мәҫәлән, тап шуның арҡаһында 3 кеше суд алдына баҫҡан. Бер ҡатын 7 йылға иркенән мәхрүм ителгән.
Үлемесле ауырыуҙың ҡайһы бер осраҡта асыҡ типтағы туберкулез менән оҙатылыуы тағы ла аяныслыраҡ. Шуныһы борсолдора, уға дусар булғандар махсус дауалау учреждениеларында түгел, ә йҙәрендә йәшәй. Һеҙҙең менән беҙҙең арала иркен йөрөйҙәр. Уларҙы белмәүебеҙ ҙә ихтимал. Үҙҙәре лә уны йәшерә. Шунлыҡтан аралашҡан кешеләргә лә йоғоу ҡурҡынысы ҙур.
Туберкулез таяҡсыларынан һаҡланыу сараһының береһе, әлбиттә, прививка яһатыу. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр балаларына төрлө ауырыуҙарға ҡаршы вакцина эшләтеүгә ҡәтғи ҡаршы. Бигерәк тә, ислам динен ҡабул итеүселәр араһында шундай дөрөҫ булмаған ҡараш йәшәй. Дини юлдағы йөклө ҡатындарҙың ҡайһылары дауаханала иҫәпкә тороуҙан баш тарта. Медицина хеҙмәткәрҙәрен өйҙәренә индермәйҙәр, сабыйҙарын өй шарттарында табалар. Һуңынан иһә уларға вакцина эшләтеүгә лә ҡаршы сығалар. Шул уҡ ваҡытта дин юлына аҫҡан ата-әсәйҙәрҙең бөтәһенә лә прививка яһалған. Балаларына прививка яһатмау сәбәпле, бөгөн ҡыҙылса, быума, тән тартышыуы кеүек ауырыуҙар арта. Районда дин юлында булған ғаиләләрҙәге ике бала быума сиренә дусар булған. Ваҡытында вакцина эшләткән осраҡта ҙур бәләнән ҡотолоп ҡалған булырҙар ине лә бит. Был осраҡта балаларының ауырыуында тулыһынса ата-әсә ғәйепле.
– Ҡөрьәндә, һаҡланғанды – һаҡлармын, тип әйтелә, – ти райондың имам-мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин. – Һаулыҡты һаҡлау фарыз. Балалар өсөн ата-әсәләр яуаплы. Диндә лә дауаланырға, һаҡланырға ҡушыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө дини ағымдар бар. Тап шулар дөрөҫ булмаған йүнәлештәрҙе билдәләй ҙә инде. Бында, әлбиттә, улар менән килешмәйем. Дини мосолмандар араһында аңлатыу эштәре алып барасаҡбыҙ. “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы, төрлө ауырыуҙарға вакцина эшләтеүгә айырым иғтибар бирелә. Тап уның ярҙамы менән күп йоғошло ауырыуҙарға сик ҡуйыла. ПРИВИВКА ЭШЛӘТЕРГӘ ЯРАМАЙ ҠАСЫРҒА. Өтөрҙө ҡайҙа ҡуйыу һеҙҙең намыҫта.