Һаҡмар
+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Февраль 2019, 18:12

Һатма, эсмә араҡы!

Шуныһы ҡыҙғаныс, өйҙә көмөшкә, техник спирт һатыусыларҙың ҡайһы берәүҙәре ҡара эштәренә балаларын да йәлеп итә. Иң йәш “эшҡыуар”ға 20 генә йәш. Ә бына Баймаҡта, Байыш, Буранбай, Ишмырҙа ауылдарында бәлиғ булмағандарға иҫерткес эсемлек һатыусылар тотолған. Ҡаланың “күңелле йорт”ондағы бер фатирҙың хужаһына ҡарата енәйәт эше асылған.

Баймаҡ эске эштәр бүлегенән алынған мәғлүмәт буйынса, былтыр районда суррогатлы эсемлек менән һатыу иткән 209 факт асыҡланған, 63 көмөшкә ҡыуыу аппараты тартып алынған, 1 меңдән ашыу литр иҫерткес эсемлек түгелгән. 5 кешегә ҡарата енәйәт эше асылған. Уларға 30000-60000 һум штраф һалынған.
Быйыл ике айҙа рөхсәтһеҙ алкоголь эсемлек менән һатыу иткән 23 факт теркәлгән. Ҡаланың Малыш микрорайонында бер йорттоң гаражынан 60 литрға яҡын техник спирт тартып алынған. Баймаҡҡа суррогатлы эсемлектәр башлыса Ырымбур өлкәһенән, Осетия Республикаһынан килә.
Шуныһы ҡыҙғаныс, өйҙә көмөшкә, техник спирт һатыусыларҙың ҡайһы берәүҙәре ҡара эштәренә балаларын да йәлеп итә. Иң йәш “эшҡыуар”ға 20 генә йәш. Ә бына Баймаҡта, Байыш, Буранбай, Ишмырҙа ауылдарында бәлиғ булмағандарға иҫерткес эсемлек һатыусылар тотолған. Ҡаланың “күңелле йорт”ондағы бер фатирҙың хужаһына ҡарата енәйәт эше асылған.
Бына шундай күңелһеҙ күрһәткестәр. Уларҙың артында күпме әсе күҙ йәштәре ята, тарҡалған ғаиләләр, етем ҡалған балалар, бик иртә өҙөлгән кеше ғүмерҙәре тора.
– Был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып барабыҙ, – ти Баймаҡ эске эштәр бүлегенең начальник урынбаҫары полиция подполковнигы Фәрит Моратов. – Хәҙер кеше үҙе лә аңлай башланы. Йәмәғәт ойошмалары рөхсәтһеҙ алкоголь эсемлеге менән һатыу итеүселәргә ҡаршы көрәш иғлан итә. Бигерәк тә Билал ауыл биләмәһе дружинасылары әүҙемлек күрһәтә. Темәс, Әбделкәрим, Таулыҡай, Беренсе Этҡол ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр был афәткә ҡаршы көрәш иғлан итте.
Кешенең күҙ йәштәре аша үҙен етеш тормош менән тәьмин итеүселәргә ҡаршы көрәш артабан да дауам итергә тейеш. Судта эштәре ҡаралған “йәшел ағыу” һатыусыларҙың исемдәрен гәзиттә баҫтырып, бөтә донъяға фаш итергә ине лә бит. Әммә балаларының яҙмыштары өсөн борсолабыҙ. Класташтары, дуҫтары уларҙы ситләтәсәк, мыҫҡыл итеп, көлөп ҡараясаҡ. Ул сағында инде упҡынға осорға бер аҙым да етә...
Мәҡәлә һуңында Фәрит Моратовтың район халҡына сәләмен еткерәбеҙ: “Рөхсәтһеҙ алкоголь эсемлеге һатыусыларҙың исемлеген гәзит биттәрендә баҫтырасаҡбыҙ. Улар башҡа ғаиләләрҙәге балаларҙы уйламай бит. Ни өсөн беҙ бөтә донъяға ағыу һатып ятҡандарҙың балаларының яҙмышы өсөн борсолорға тейеш?”
Читайте нас в