

Көн ҡаҙағында
Һыу – йәшәү сығанағы. Бер көнөбөҙҙө лә унһыҙ күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел. Ҡала халҡының эсәр һыу менән булған өҙөклөктәргә зарланыуын ишетеп, “Баймаҡ водоканалы” МУП-ы директоры Ф.Ғ. Байегетовҡа мөрәжәғәт итеп, был йүнәлештәге эштәр, проблемалар тураһында мәғлүмәт биреүен үтендек. Фәиз Ғәзиз улының һүҙҙәре күптәрҙе уйландырыр, тип ышанғы килә:
- “Тормош инфраструктураһы” милли проектына ингән “Коммуналь өлкәне яңыртыу” прогмаммаһына ярашлы, шулай уҡ ҡышҡы осорға әҙерлек маҡсатында һыу селтәрҙәрен капиталь ремонтлау бара. Уға ярашлы туҙған һыу үткәргес селтәрҙәрен пластик торбаларға алмаштырабыҙ. Юбилей, Чапаев, Чкалов, Шайморатов, Яр буйы, Космодемьянская, Урман, Чекмарев урамдарында ошондай мөһим эш башҡарылды һәм дауам итә. Ошондай ваҡытта халыҡтың ваҡытлыса һыу менән өҙөклөктәрҙе аңлап ҡабул итеүен һорайбыҙ. Торбалар алмаштырыла, ҡырҡып яңынан ҡуйыла, әлбиттә, бындай ваҡытта һыу биреү туҡтатыла. Шуға һәр ваҡыт запасығыҙ булһын. Әгәр беҙ был эште хәҙер башҡармаһаҡ, үткән быуатта үткәрелгән торбалар берҙән-бер көн тулыһынса эшлектән сығыуы бар. Ул саҡта тотош Баймаҡ һыуһыҙ ҡаласаҡ бит. Беҙ мөмкин тиклем халыҡты алдан иҫкәртергә тырышабыҙ. Баймаҡ һыу каналының “ВКонтакте” төркөмөндә иғлан биреп барабыҙ. Бәйләнеш өсөн телефондар: диспетчер хеҙмәте: 8(34751)2-14-30, абонент бүлеге: 8 (34751) 3-50-18, ҡабул итеү бүлмәһе 8 (34751)3-50-05.
Шул уҡ ваҡытта халыҡтың да битарафлығы, уйламай эш итеүе лә борсолдора ла, аптырата ла. Статистика күрһәтеүенсә, канализация селтәрҙәрендәге тығындарҙың 80 проценты уны файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында килеп сыға. Торбаларҙы таҙартҡанда йыш ҡына көнкүреш ағынтыһына ҡарамаған әйберҙәр, мәҫәлән, туҡымалар, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары, пакеттар, төҙөлөш сүп-сары, һөйәктәр һәм башҡалар килеп сыға. Канализация селтәрҙәре өсөн иң ҙур проблема ул – дымлы салфеткалар. Ҡала халҡы бындай салфеткаларҙың тарҡалмауын һәм һыуҙа эремәүен, ә торбала йыйылып, тығындар һәм коммуналь авариялар барлыҡҡа килтереүен уйлап та бирмәй. Һыу ағыҙыу селтәрҙәренең туҙыуын иҫәпкә алып, был сүп-сар оло проблемалар тыуҙыра. Тығындарҙы бөтөрөү ҙур матди һәм хеҙмәт сығымдарын талап итә. Беҙ күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе йорт эсендә канализация менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Канализацияға теләһә нәмә ташламағыҙ! Был бар ҡалаға ҙур проблемалар тыуҙырыуы бар. Әгәр коммуналь хеҙмәтләндереү биргән бар уңайлыҡтар менән файҙаланырға теләйһең икән, был йүнәлештәге ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәк. Беҙҙең предприятие халыҡты сифатлы хеҙмәтләндереү өсөн барыһын да эшләй, ремонт эштәрен дә алып бара, ҡышҡы осорға әҙерлек тә дауам итә. Шуға күрә Баймаҡ халҡы беҙҙең хеҙмәткә ихтирамлы ҡарашта булыр, тип ышанабыҙ.
Эйе, предприятие етәксеһенең борсолоуҙары яҡшы аңлашыла. Күпме генә яңыртһаң да, ремонтлаһаң да, ҡулланыусыларҙың һаҡсыл ҡарашы булмаһа, бер нәмә лә оҙаҡҡа бармаясаҡ. Шуға күрә йортоңда ағып торған һыу, башҡа уңайлыҡтар менән ҡулланғанда ла тәртип кәрәк. Алһыҙ-ялһыҙ шуларҙың барыһы менән дә тәьмин иткән һөнәр эйәләренә рәхмәтле була беләйек.
Гүзәл САЛИХОВА.