Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
2 Август 2022, 17:00

Ғәфү итһәңсе, әсәй!

Кискеһен ҡайтыуыбыҙға ла ашарға әҙер, өй йыйыштырылған. Иптәшем эш хаҡын тулыһынса миңә бирә. Ҡәйнәмә бирәйем тигәйнем ул: “Йыйып барығыҙ, минең пенсия ашарға етә бит”,-тине. Мин тәүҙә барыбер ышанманым. Ҡасан был миңә ҡарата этлек ҡыла башлар икән тип көттөм...

Ғәфү итһәңсе, әсәй!
Ғәфү итһәңсе, әсәй!

Ҡартәсәйем тере саҡта һәр саҡ әсәйемде йәлләй торғайным. Ул беҙҙең менән бергә йәшәне һәм көн һайын әсәйемде әрләне лә ҡарғаны. Атайым эштән ҡайтыуға әсәйемде әллә нимәләр тип яманларға әҙерләнеп ултыра торғайны. Атай һәр саҡ уға ышанды. Һөҙөмтәлә әсәйемә һуғып ебәргән осраҡтары ла булды. Ҡартәсәйем үлеп ҡалғас та атайым: “Һин әсәйҙе яҡшылап ҡараһаң, ул әле йәшәр ине”, -тип әсәйемде әрләне.

Апайым кейәүгә сыҡҡас бер нисә йыл ҡәйнәһе менән йәшәне. Уның әсәйгә килеп илай-илай һөйләгәндәрен тыңлап сәсем үрә тора ине. Ҡәйнәһе улының да, килененең дә эш хаҡын үҙе тота, аҙыҡ-түлек, кейем һатып алыуға тинләп кенә сығара. Шул уҡ ваҡытта апайымдың аш-һыуҙы төрлөләп әҙерләүен талап итә. Ире менән йоҡлап ятҡандарында бүлмәләренә лә килеп ингән, апайымдың әйберҙәрендә лә соҡонған, уның хаҡында барыһына алдап яманлап һөйләгән... Бында ла улы әсәһе яғында ныҡ тора. “Әсәйем әйткәс, тимәк, һин шундай!” Әле айырым йәшәһәләр ҙә ҡәйнә кеше көн һайын уларҙың йортонда, апайым унан ҡурҡып ҡалтырап тора.

Һәм бына мин кейәүгә сыҡтым. Ҡәйнәмә ҡарарға ла баҙнат итмәнем. Тик ул иҫ киткес яҡшы ҡатын булып сыҡты. Һәр саҡ беҙгә ярҙамлаша, миңә косметика ла, кейем дә бүләк итә. Бергә йәшәйбеҙ, беҙҙән алдан йоҡонан тора ла ашарға бешерә-әҙерләй. “Йоҡлағыҙ-йоҡлағыҙ, йәш саҡта йоҡо тәмле була ул”,-тип йылмая.

Кискеһен ҡайтыуыбыҙға ла ашарға әҙер, өй йыйыштырылған. Иптәшем эш хаҡын тулыһынса миңә бирә. Ҡәйнәмә бирәйем тигәйнем ул: “Йыйып барығыҙ, минең пенсия ашарға етә бит”,-тине. Мин тәүҙә барыбер ышанманым. Ҡасан был миңә ҡарата этлек ҡыла башлар икән тип көттөм. Тик көндән-көн беҙ тағы ла яҡынайып, әсәле-ҡыҙлы кеүек булып киттек. Уның яҡшылығына тулыһынса ышанғас ҡына әсәйемә ҡыуанысымды һөйләп бирҙем. Тик әсәйем шатланыр урынына, көйөп китте: “Ҡәйнәң шәп булғас, уға әсәй тип әйт! Мине онот, килеп йөрөмә!”-тип ҡыуып сығарҙы.

Һәм бына бер ай инде беҙ аралашмайбыҙ. Мин шылтыратһам – телефонды ла алмай. Апайым да: “Һин әсәйҙе рәнйеткәнһең”,-тип миңә үсегеп йөрөй.

Ә мин бит ҡәйнәмдең яҡшы кеше булыуына һөйөнөүемде генә әйткәйнем.

Я.

Һүрәт - интернеттан.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: