Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Март 2022, 20:10

"Үлтер ҙә - ҡас!"

Шулай ҙа була икән. Бер ҡатынға төнөн улы шылтыратып: "Әсәй, мин кешене тапаным!"-тей...

"Үлтер ҙә - ҡас!"
"Үлтер ҙә - ҡас!"

Таныш ҡатын һөйләне.
Төнөн кеҫә телефоным шылтыраны ла, бер егеттең: “Әсәй, мин кешене тапаным. Аварияны күргән кеше аҡса талап итә. Нимә эшләйем?”,-тигән тоноҡ ҡына тауышы яңғыраны.
Аллаға шөкөр, руль артына ултырһа ла, минең был донъяла ҡыҙым ғына бар икәнлеге ваҡытында иҫемә төштө. Шуға күрә күп уйлап торманым:
-Тиҙ генә шаһитты үлтер ҙә, ҡас, улым!-тип ҡысҡырҙым.

Телефонда кемдеңдер шым ғына һүгенеүе генә ишетелеп ҡалды. Әйләнеп яттым да, йылмайып йоҡлап та киттем. 

"Үлтер ҙә - ҡас!"
"Үлтер ҙә - ҡас!"
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: