-12 °С
Болотло
10 мең һум аҡса алыуға хәрбиҙәр йәки уларҙың ғаилә ағзалары хоҡуҡлы. Аҡса йәрәхәт алыу һөҙөмтәһендә инвалид булып ҡалған кешегә тәғәйенләнә. Әгәр ул йәрәхәттәрҙән үлеп ҡалған булһа, аҡса уның ғаиләһенә түләнәсәк.
Өсөнсө төркөм инвалидтары айына - 3 996 һум, икенсе төркөм инвалидтары - 9 990 һум, беренсе төркөм инвалидтары 19 980 һум күләмендә матди ярҙам аласаҡ.
Социаль түләүҙәргә ғаризаны йәшәгән урын буйынса Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһендә йәки МФЦ-ла бирергә мөмкин.
Түләү тураһында ҡарар биш эш көнө дауамында ҡабул ителә. Ошо уҡ ваҡыт эсендә аҡса граждан иҫәбенә күсерелә.
Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru