Һаҡмар
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Декабрь 2021, 19:00

Ирем минең ауырығанға ышанмай, үсегеп йонсота

Улай ғына ла түгел, мине ике йәшлек улым менән үҙ өйөмә алып ҡайтып ташланы.

Коронавирустан шул ҡәҙәр ныҡ ауырыным. Әле булһа шәбәйеп китә алмайым. Яңы саҡ атлап йөрөй башланым, быға ҡәҙәр, хәлем булмағанлыҡтан, бер аҙым да баҫа алмай инем. Ирем минең ауырығанға ышанмай, үсегеп йонсота. Улай ғына ла түгел, ике йәшлек улым менән мине үҙ өйөмә алып ҡайтып ташланы. Беҙ уның менән дүрт йыл йәшәнек. Уның өйөндә ни өсөндөр мин гел генә ауырыйым да китәм. Үҙ өйөмә ҡайтһам шундай еңеллек миңә, шәбәйеп китәм.

Ирем менән ун көн хәҙер һөйләшмәйбеҙ. Минең менән бөтөнләй айырылырға итә микән, белмәйем. Миңә шәбәйеп, аяҡҡа баҫа торған урынға, ярҙан этә. Ауырып, бөтөнләй эшкә яраҡһыҙ булып яттым шул. Дауаханала ла дауаландым. Давлением 200-ҙән ашып китте хатта. Хәлем бөтөп, йығыла ла ҡуя инем. Минең шундай ауыр хәлдә булғаныма ул ышанып етмәй. Балам да бәләкәй, шәбәйеп тә етмәнем, ирем дә эргәмдә юҡ. Хәҙер ниә эшләргә лә белмәйем...

Фото интернеттан алынды. 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: