Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
22 Декабрь 2021, 09:37

Бүләктәр һәм открыткалар ... балалар йортона

Рәсәй почтаһы Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарында урынлашҡан 17 балалар йортона Балаларҙы яҡлау фондынан Яңы йыл бүләктәре менән хәйриә посылкалары ебәрә. Йөктө оҙатыу буйынса бөтә сығымдарҙы Почта үҙ өҫтөнә ала.  

Бүләктәр һәм открыткалар ... балалар йортона
Бүләктәр һәм открыткалар ... балалар йортона

Рәсәй почтаһы Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарында урынлашҡан 17 балалар йортона Балаларҙы яҡлау фондынан Яңы йыл бүләктәре менән хәйриә посылкалары ебәрә. Йөктө оҙатыу буйынса бөтә сығымдарҙы Почта үҙ өҫтөнә ала.

Рәсәй Почтаһы илебеҙҙең бөтә төбәктәрендә 1 000 балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн йәмғеһе 1 200-ҙән ашыу хәйриә посылкаһы ебәрәсәк.

Был Рәсәй почтаһының Балаларҙы яҡлау фонды менән берлектә үткәргән икенсе акцияһы. Былтыр яңы йыл алдынан партнерҙар балалар йорттары китапханалары өсөн китаптар менән 1000-дән ашыу посылка ебәрҙе.

Бүләктәр араһында - энциклопедиялар, нәфис әҙәбиәт, әкиәттәр, журналдар, үҫтереүсе уйындар, ҡул эштәре өсөн йыйылмалар һәм уйынсыҡтар. Брайль системаһы буйынса баҫылған китаптар менән бер нисә посылка һуҡыр балалар өсөн тәғәйенләнгән. Инвалид балаларҙың ҡайһы берҙәренә ғаиләләренең һорауы буйынса йылы кейем бирелә.

«Яңы йыл алдынан Владивостоктан Калининградҡа тиклем 1200 посылка ебәреү - ярайһы уҡ ҡатмарлы бурыс. Әммә беҙ быны илебеҙҙәге һәр адресты үҙ эсенә алған логистик Почта селтәре ярҙамында эшләй алабыҙ», - тип аңлатма бирҙе Рәсәй почтаһының корпоратив социаль яуаплылыҡ департаменты етәксеһе Рәйсә Ирз.

«Рәсәй почтаһы яҙмыш ҡушыуы буйынса ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға шатлыҡты еткерергә тәүге йыл ғына ярҙам итмәй. Ошондай ҙур проектта ярҙам күрһәткәндәре өсөн компанияға рәхмәтлебеҙ. Уның ярҙамында алдағы көндәрҙә Балаларҙы яҡлау фондының яңы йыл бүләктәре илебеҙҙең иң алыҫ мөйөштәренә лә барып етергә тейеш», - тине Балаларҙы яҡлау фонды рәйесе, яҙыусы, Рәсәй мәғариф академияһы академигы Альберт Лиханов.

Рәсәй Почтаһы башҡа хәйриә акцияларына ла йөк ташый. 2021 йылдың июнендә Башҡортостанда урынлашҡан "Мөхәббәт" һәм "Ярослава" кризис үҙәктәренә ғаиләлә йәберләнгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кәрәк-яраҡтар оҙатылған.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: