Һаҡмар
+20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
21 Декабрь 2021, 10:23

Башҡортостан делегацияһы Еңеү ирекмәндәренең халыҡ-ара форумынан ҡайтты

14-18 декабрҙә Һамар өлкәһендә «Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлек» федераль проекты сиктәрендә Еңеү ирекмәндәренең халыҡ-ара форумы уҙҙы. Сара бөтә Рәсәйҙән һәм донъяның 52 иленән теләктәштәрҙе берләштерҙе. Башҡортостан делегацияһында хәрәкәттең төбәк бүлексәһенән 22 вәкил бар.

Башҡортостан делегацияһы Еңеү ирекмәндәренең халыҡ-ара форумынан ҡайтты
Башҡортостан делегацияһы Еңеү ирекмәндәренең халыҡ-ара форумынан ҡайтты

Форумда ирекмәндәр оҫталыҡ дәрестәрендә, компетенцияларҙы һәм эске һөҙөмтәлелекте күтәреү тренингтарында, стратегик сессияларҙа ҡатнашты, уларҙа 2022 йылға проекттар һәм саралар уҙғарыу күҙалланған.

Форумды асыу тантанаһында «Тарихты һаҡлап, киләсәк төҙөйбөҙ» беренсе патриотик ирекмәнлек премияһына йомғаҡ яһалды. Уның йомғаҡтары буйынса туғыҙ Еңеү ирекмәне өс номинацияла лауреаттар булды. Улар араһында Башҡортостан вәкиле, «Хәтер ҡайтмаҫ» проекты етәксеһе Александр Юдин да бар. Проект командаһы менән Александр Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары-фронтовиктары тураһында китаптар сығара. Ирекмәндең тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса эшмәкәрлеге федераль кимәлдә юғары баһа алды, шуның өсөн Александр Юдин Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың рәхмәт хатына лайыҡ булды.

- Был минең генә түгел, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында хәтерҙе һаҡлау, ветеран-фронтовиктарҙың ташландыҡ ҡәберҙәрен төҙөкләндереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүсе бөтә йәштәрҙең дә ҡаҙанышы, - тип уртаҡлаша Александр Юдин. 


Форум барышында ҡатнашыусыларҙы «Үҫеш баҫҡыстары» программаһы менән таныштырҙылар. Был программала һәр ирекмән федераль сараларҙа, стажировкаларҙа ҡатнаша, яңы белем ала һәм күләмле проекттарҙы ойоштора ала. 

Форумды ойоштороусылар булып Президент гранттары фонды ярҙамында «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте, Һамар өлкәһе Хөкүмәте сығыш яһаны.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас в