Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
1 Декабрь 2021, 17:50

Торлаҡ һатҡанда балалы ғаиләләр һалымдан азат ителә

Мәҫәлән, ике балалы ғаилә 1 млн 500 мең һумға бер бүлмәле фатир һатып алды, ти. Ике йылдан уны 2 млн 200 меңгә һаталар. Был осраҡта уларға 91 мең һалым түләргә кәрәк булыр ине...

Был хаҡтағы законға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

Закон ике һәм унан күберәк балалы ғаиләләрҙең фатир, йорт йәки уларҙың өлөшөн һатҡанда алынған һәм ҙурыраҡ майҙанлы яңы торлаҡ һатып алыу өсөн тотонолған килемен һалымдан (НДФЛ) азат итә. Льгота көндөҙгө бүлектә уҡыған 24 йәшкәсә балалары булған ата-әсәләргә (уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа алыусыларға) бирелә.

Тағы бер шарт — яңы торлаҡ иҫкеһен һатҡан йылда йәки киләһе йылдың 30 апреленән дә һуңға ҡалмайынса һатып алынырға тейеш. Бынан тыш, һатылған йорттоң (фатирҙың) кадастр хаҡы 50 миллион һумдан артмауы һәм һатып алына торған торлаҡтың хаҡынан күберәк булыуы мөһим.

Мәҫәлән, ике балалы ғаилә 1 млн 500 мең һумға бер бүлмәле фатир һатып алды, ти. Ике йылдан уны 2 млн 200 меңгә һаталар. Был осраҡта уларға 91 мең һалым түләргә кәрәк. Бер айҙан был ғаилә 2 млн 500 меңгә ике бүлмәле фатир һатып ала. Яңы һатып алынған фатир хаҡы һатылған фатир хаҡынан юғарыраҡ булһа ла, һалым түләргә тура килер ине. Ә яңы законға ярашлы, бындай осраҡта ғаилә һалым түләүҙән тулыһынса азат ителә.

Шулай уҡ торлаҡты һатҡан ваҡытта күп балалы ғаилә ағзаларының береһенең дә милкендә һатып алынған майҙандың 50 процентынан артығыраҡ күләмдәге башҡа торлағы булырға тейеш түгел.

Был закон 2021 йылдың 1 ғинуарынан башлап фатирҙар һатыуҙан алынған килемгә лә ҡағыла.

Фото: yandex.ru

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: