Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Август 2021, 14:20

10 мең һумлыҡ ярҙамды алыу өсөн пенсионерҙарға нимә эшләргә?

-

Рәсәй пенсионерҙарына бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум түләүҙе юллау өсөн ҡайҙалыр мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, уны даими пенсия суммаһы менән бергә күсерәләр, тип хәбәр ителә Рәсәй Пенсия фонды идаралығы сайтында.

«Түләү 2021 йылдың сентябрендә Пенсия фондындағы мәғлүмәттәр нигеҙендә ғаризаһыҙ тәртиптә ғәмәлгә ашырыла», – тип билдәләнеләр ведомствола.

Бер тапҡыр бирелә торған түләү пенсия кеүек үк күсерелә: әгәр аҡса банк картаһына килә икән, унан тыш тағы ун мең һум өҫтәлә.

Аҡса бөтә пенсионерҙарға — эшләп йөрөгәндәргә лә, эшләмәгәндәргә лә бирелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Рәсәй президенты Владимир Путин хаҡлы ялдағыларға ун мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тәғәйенләргә тәҡдим иткәйне. Уҙған шишәмбелә ул тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

 

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/1634840-v-pensionnom-fonde-rasskazali-o-poryadke-vyplaty-10-tysyach-rubley-pensioneram-v-sentyabre/

Фото интернеттан.

10 мең һумлыҡ ярҙамды алыу өсөн пенсионерҙарға нимә эшләргә?
10 мең һумлыҡ ярҙамды алыу өсөн пенсионерҙарға нимә эшләргә?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас в