Һаҡмар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
22 Апрель 2019, 17:01

Ҡоралһыҙ ҡырыла халыҡтар...

Хәмер арҡаһында ҡайһы бер халыҡтар бөтөнләй Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан. Ышанмайһығыҙмы? Бында Төньяҡ Амеика индеецтарының алкоголь ярҙамында 40 йыл эсендә тотошлай тиерлек һәләк ителеүен миҫалға килтереү ҙә етә.

Хәмер арҡаһында ҡайһы бер халыҡтар бөтөнләй Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан. Ышанмайһығыҙмы? Бында Төньяҡ Амеика индеецтарының алкоголь ярҙамында 40 йыл эсендә тотошлай тиерлек һәләк ителеүен миҫалға килтереү ҙә етә. Ырыу башлыҡтары алкоголле эсемлектәр ҡулланыуҙы йолаға индергәндән алып, улар ни бары дүрт тиҫтә генә йыл йәшәгән. Үткән быуат урталарында беҙгә лә ошондай яҙмыш янаған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашистар тарафынан яулап алынған көнсығыш биләмәләрҙә тап шундай сәйәсәт үткәрелергә тейеш булған. 1942 йылда Гитлер үҙенең ҡыҫҡаса директиваһында ошондай мәғәнәле ни бары өс һөйләм яҙған: “Славяндарҙы ишаралап аралашыу кимәленә төшөрөргә. Бер ниндәй гигиена, прививка булырға тейеш түгел, фәҡәт араҡы һәм тәмәке. Беҙ баҫып алған биләмәләр һәм халыҡтар өсөн социаль программа: мәктәптәр ҙә, уҡытыусылар ҙа, кино ла юҡ”. Бөгөн ҡайһы ғына ауылды алып ҡарама – һәр береһендә көмөшкәселәр бар. Уларҙы бар халыҡтың ҡарғышын, рәнйешен алып йәшәүҙәре лә өркөтмәй. Алкоголле эсемлектәр миллионлаған кешенең һаулығын ҡаҡшата, ғүмерен тиҫтәләрсә йылға кәметә һәм, һөҙөмтә булараҡ, үлем күрһәткесен арттыра, йөҙҙәрсә мең зәғиф аңлы һәм ғәрип бала тыуа, бәләҡазалар арта, енәйәтселек көсәйә, иҡтисади үҫеш тотҡарлана... Тағы ла ҡурҡынысырағы – был ағыуҙың баш мейеһенә һәм енес ағзаларына көслө кире йоғонто яһауы, тимәк, кешелеккә ер йөҙөнән юҡҡа сығыу хәүефе янай.
Эскелектең наркоманиянан һис бер яғы менән кәм булмауын, кешелек яҙмышына ни тиклем ҙур хәүеф янауын, әлбиттә, фәнни хеҙмәттәр уҡымайынса ла аңлап торабыҙ. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар ошо ҡәһәрле эсемлеккә бәйлелек арҡаһында бик ҡыҫҡа ваҡытта кешелектән сыға, вафат була. Бөтәһе лә араҡының зыяны хаҡында яҡшы белә. Төрлө саралар күрелә, яҡшы һөҙөмтәгә өмөт итәбеҙ, әммә һәр саҡ теләгәнебеҙҙең киреһенә шаһит булырға тура килә. ъ
Әйтелгәндәргә миҫал итеп, Баймаҡ районы эске эштәр бүлеге тарафынан рөхсәтһеҙ алкоголле эсемлек һатыусыларға ҡарата алып барылған сараларҙы яҙып үтергә кәрәк. Баймаҡ эске эштәр бүлеге тарафынан йыл башынан 123, шул иҫәптән 4 күмәртәләп, 14 ваҡлап һатыу нөктәһендә һәм 105 шәхси йортта тикшереү уҙған. Уның барышында алкоголь продукцияһын лицензияһыҙ һәм сертификатһыҙ һатыу иткән 51 факт асыҡланған. Уларҙың барыһына ла административ протокол төҙөлгән. 169 литр алкоголь һәм спиртлы эсемлек, 4 көмөшкә ҡыуыу аппараты һәм 130 литр көмөшкә өсөн әҙерләнгән әсетелгән бал тартып алынған.
Йыл башынан РФ-тың Енәйәт Кодексының 171.4-се статьяһы буйынса 7 енәйәт эше асылған. 16 гражданға ҡарата административ эш ҡуҙғатылған, тартып алынған иҫерткес эсемлектәр экспертизаға ебәрелгән. Рөхсәтһеҙ алкоголле эсемлек менән күберәк һатыу иткән ауылдар ҡайҙа тип уйлайһығыҙ? Беренсе урында, әлбиттә, Баймаҡ тора. Унан Иҫке Сибай, Темәс, Калинин, Байыш, Аҡморон, Икенсе Этҡол ауылдары килә. Әйтергә кәрәк, былтыр рөхсәтһеҙ алкоголь продукцияһы менән һатыу иткән 223 факт асыҡланған. 6 кешегә ҡарата енәйәти эш ҡуҙғатылып, закон алдында яуап тоторға тура килгән. 2 граждан холоҡ төҙәтеү эшенә йәлеп ителгән, ике кешегә – 50-шәр мең, 1 кешегә ҡарата 60 мең һум штраф һалынған. Бер эш район судына ебәрелгән.
Милләтте, дәүләтте, кешелекте һаҡлайбыҙ тиһәк, “йәшел йылан”дың зәһәр тешен бөгөнән һурып ташларға кәрәк. Фән тарафынан иҫбатланыуынса, эскеселәрҙең бәйлелеге быуын һайын нығына. Тимәк, “амбразура”ны беҙ ҡапламаһаҡ, балаларыбыҙға был афәткә ҡаршы көрәшеү тағы ла ауырыраҡҡа төшәсәк.
Фәрит МОРАТОВ,
эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы.
Читайте нас в