Һаҡмар
+7 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
4 Ғинуар 2019, 19:16
Янғын 4 кешенең ғүмерен алды
Яңы йыл баймаҡтар өсөн күңелһеҙ хәл-ваҡиғаларҙан башланды. 3-сө ғинуарҙан 4-нә ҡараған төндә Баймаҡ ҡалаһының Фрунзе урамындағы бер йортта янғын сыға. Ут 3 ҡатын-ҡыҙҙың һәм 1 ирҙең ғүмерен өҙҙө. Янғынды һүндереүгә 114-се янғын һүндереү часының бөтә көсө ташлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөрөм еҫенән улар тонсоҡҡан була.(тулыраҡ сайттан уҡығыҙ)
Был фажиғәне тикшереү, анализ биреү һәм артабан бындай хәл-ваҡиғаларҙы булдырмау маҡсатында Баймаҡҡа махсус комиссия килде. Район хакимиәтенең ултырыштар залында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса дәүләт идаралығы начальнигы урынбаҫары Виталий Барзайкин, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү һәм профилактик эштәр буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Владимир Горин, БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, БР буйынса федераль янғын һүндереү хеҙмәтенең 11-се отряд начальнигы Роман Горин һәм район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев ҡатнашлығында киңәйтелгән ултырыш үтте. Унда ауыл биләмәләре башлыҡтары, учреждение, ойошма, предприятие етәкселәре, ғәҙҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы ағзалары, полиция ҡатнашты.
Комиссияның эше барышында килеп тыуған фажиғәғә анализ яһалды. Фәрит Ғүмәровтың әйтеүенсә, янғын хәүефһеҙлек сараларын күҙәтмәү, тәмәке тартҡанда һаҡһыҙлыҡ күрһәтеү сәбәпле сыҡҡан. Киләсәктә ундай хәл-ваҡиғаларға юл ҡуймаҫ өсөн бөтә көстө профилактик сараларға йүнәлтергә кәрәклеге әйтелде. Бының өсөн комплекслы саралар эшен киң йәйелдереү мотлаҡ. Тәү сиратта, һәр өйҙә, фатирҙа янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙың булыуы мотлаҡ. Әйткәндәй, тап уның арҡаһында былтыр 47 кешенең, шул иҫәптән 25 баланың, ғүмере ҡотҡарып ҡалынған. Беҙҙең районда иһә 5 йорт янғындан ҡотолоп ҡалған. Әгәр ҙә уларҙы өй хужалары ҡуймаған булған булһа? Уйлауы ла ҡурҡыныс.
Янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма яңы балаһы тыуған, күп балалы һәм ауыр хәлле ғаиләләргә бушлай бирелә. Уларҙы һәр кем үҙе лә алып ҡуя ала. Хаҡтары ҡыйбат түгел: 200-300 һум. Янғын һүндереү ҡоролмаларын 2000-3000 һумға һатып йөрөгән мутлашыусыларҙың тоҙағына эләкмәҫ өсөн, ауыл биләмәләре хакимиәттәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бынан тыш мотлаҡ янғын хәүефһеҙлеге талаптарын күҙәтергә кәрәк.
Үҙегеҙҙең, яҡындарығыҙҙың, балаларығыҙҙың ғүмере ҡыйбатмы, һаулыҡтары ҡәҙерлеме? Ул сағында тиҙ арала өйөгөҙҙөң һәр бүлмәһенә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйырға ашығығыҙ. Төнгө йоҡо үлем менән бер, тиҙәр. Һәр беребеҙгә тәмле йоҡоларҙан хәйерле иртәләрҙе ҡаршы алырға Хоҙай насип итһен.
Яңы йылдың 4 көнөндә республикала 90 янғын сыҡҡан, 12 кеше үлгән, 6 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Был үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй түгелме?!
Теги:
яңы йыл
хәүефһеҙлек
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи