Һаҡмар
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
4 Декабрь 2018, 16:24

Ҡыйҙы нисек тапшырабыҙ?

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ведомство-ара комиссияға “Ҡый реформаһы” мәсьәләһен ныҡлап тикшерергә ҡушты. Ошо көндәрҙә ҡалала үткәрелгән йыйылыштарҙа күтәрелгән һорауҙарҙы “ЭКО-Сити” ЯСЙ-һының пресс-секретары Альбина Ҡасимхановаға йүнәлттек.

– Яңы йылдан һуң бөтә ҡыйҙы контейнерға ташлау тыйыласаҡ мы?

– 2019 йылдың 1 ғинуарынан коммуналь хеҙмәт өсөн түләү квитанцияларында, газ, электр энергияһы, һыу менән бер рәттән, “ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар” графаһы ла барлыҡҡа киләсәк. Уға көнкүрештә барлыҡҡа килгән ҡыйҙар: ҡалған аш-һыу, һауыт-һаба, ҡағыҙ, кейем кеүек ваҡ-төйәк ҡыйҙар инә. Ә бына төҙөлөш, мебель кеүек эре ҡалдыҡтар инмәй.

– Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ҡабул итеп алғас, артабан уны ҡайҙа итәләр?

– Ҡый контейнерға барып эләккәс, уларҙы махсус машина сортировкалау комплексына алып бара. Быяла, ҡағыҙ, пластик, органик матдәләр айырып алына. Улар, икенсел сеймал булараҡ, ҡайтанан эшкәртелеүгә ебәреләсәк. Ҡалған ҡалдыҡтарҙы (кешегә, тирә-яҡ мөхиткә зыянһыҙ тип һаналғандар) утилләштереү өсөн лицензиялы полигонға оҙатасаҡтар.

– Беҙ шәхси йортта йәшәйбеҙ. Киләһе йылдан ҡый өсөн ҙур сумма түләргә кәрәк буласаҡ. Беҙ күп балалы ғаилә, ирем генә эшләй.

– Ҡалдыҡтарҙы сығарыу коммуналь хеҙмәт булып һанала. Шунлыҡтан уға ла субсидия, ташламалар юлларға мөмкин. Күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр, яңғыҙ пенсионерҙар һәм башҡа социаль яҡтан яҡлауға мохтаж булған граждандар ташлама менән файҙалана ала. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғыш ветерандары һәм уларға тиңләштерелгәндәр, хеҙмәт ветерандары, инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, радиацияға дусар булғандар һәм ҡайһы бер күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр аҡсалата компенсация юлларға хоҡуҡлы. Өс йәки унан да күберәк кеше йәшәгән ғаиләгә бирелгән ташлама күләме республика буйынса торлаҡ-коммуналь хеҙмәт хаҡына ҡарата билдәләнгән стандартҡа ярашлы иҫәпләнә.

Субсидия һәм аҡсалата компенсацияны юллау өсөн йәшәгән урын буйынса халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Кәрәкле документтар исемлеге халыҡҡа ярҙам күрһәтеү республика үҙәгенең сайтында бирелгән. Шунда уҡ “онлайнкалькулятор” ярҙамында субсидия күләмен иҫәпләп сығарырға мөмкин. Ошонда уҡ “граждандарҙы ҡабул итеү” функцияһы аша белгестәргә яҙылырға мөмкин.

“ЭКО-Сити” ЯСЙ-һы төбәк операторы хеҙмәтләндергән биләмәлә (Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка, Хәйбулла райондары инә) яҡынса 200 мең граждандың ташламаға хоҡуғы бар. Субсидия һәм аҡсалата компенсация юллау өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ түләүҙәре буйынса бурыстар булырға тейеш түгел.
Читайте нас в