Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
9 Декабрь 2021, 11:31

Ауылыма ҡайтты күңелем...

#Һаҡмармоңо ГҮЗӘЛ ШАЙДУЛЛИНА  Ауылыма ҡайтып күңелкәйем  Урам буйлап йөрөй йәйәүләп,  Һәр бер йорттоң ҡапҡаларын асып,  Хәл белешеп фйөрөй әҙ-мәҙләп. дауамы сайтта. 

 

Кемдәр генә бында йәшәмәгән,

Кемдәр ергә килеп китмәгән,

Минең белгәнем, белмәгәндәрем дә

Тыуған ауыл етем итмәгән.

 

Туҡтаным да тәрән уйцға ҡалдым 

Ҡаршымда бит бик тә таныш йорт. 

"Һаумы балам, ни хәлдәрҙәһең", - тиеп 

Сығып килә унан бер әбей. 

 

Һаулыҡ һорап ике ҡулым һуҙҙым 

Күҙем төштө таныш йөҙҙәргә. 

Күпме йылдар үтеп күрешмәгән

Осраштылар күҙҙәр күҙҙәрҙә. 

 

Заманында йүгереп йөрөгән әбей

Ярҙамсы таяҡ яллаған.

"Сәләмтлек бөттө, тыңламайҙар, 

Әллә инде Аллаһ ҡарғаған". 

 

Эш бөтөргән уны, ҡарғамаған хоҙай

Ауыр хеҙмәт, резин итектәр. 

Эҫе йәйҙең ҡыҙыу бер көнөндә

Аяғында йылы ситектәр. 

 

Алға атлап, урам буйлап барам,

Таныш ҡапҡа мине туҡтатты. 

Йөрәк сәнсеп әллә нишләп киттем

Әйтерһең дә кемдер уҡ атты. 

 

Ҡаршымдағы ошо таныш йортта 

Тәгәрәшеп үҫте балалар. 

Заманында гөрләп торған өйҙөң 

Тәҙрәһен елләр ҡағалар. 

 

Бушап ҡалған нигеҙ урынында 

Сүп-сар тора хайран өйөлөп, 

Төҫө киткән фотоһүрәт ята

Шуны алдым ерҙән эйелеп. 

 

Өй хужаһы инде мәрхүм булған 

Ғүмерҙәрен шунда уҙҙырған. 

Мираҫ булып ҡалған йорт нигеҙен 

Балалары шулай туҙҙырған. 

 

Таныш ҡапҡам күптән етем ҡалған,

Келәһе лә инде ҡайрылған. 

Тыуған ерҙәренән айырылған,

Тәҙрә йөҙлөктәрен ел талаған. 

 

Ҡапҡалары сереп ауғандар,

Баҡсаһында үҫкән ҡарт ағастар 

Моңайышып уйға ҡалғандар. 

 

Әремдәр хужа булған бында, 

Кесерткәндәр гөрләп үҫәләр, 

Һис ышанмаҫ инем, һигеҙ балалы өй 

Йәтим ҡалған тиһәләр. 

 

Ауыр уйҙар менән сығып киттем 

Асыҡ ҡалған таныш ҡапҡанан. 

Тутыҡҡан сөй ҡарап ҡалды 

Ергә ауған серек ҡапҡанан.

 

Тәрән һағыш баҫты күңелемде,

Йәш ҡапланы ике күҙемде.

Тыйыла алмай үкһеп илағанғандан һуң

Ҡулға алдым бер аҙ үҙемде.

 

Ошондай яҙмыш көтә ауылдарҙы,

Бушап ҡалған бик күп өйҙәрҙе. 

Онотолор гармун тауыштары 

Кемдәр тыңлар моңло көйҙәрҙе? 

 

Ауылыма ҡайтып күңелкәйем

Урам буйлап йөрөнөм йәйәүләп,

Бикле ҡапҡа ишектәрен асып,

Хәл белештем бер аҙ әҙ-мәҙләп... 

ГҮЗӘЛ ШАЙДУЛЛИНА .

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: