Һаҡмар
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
2 Август , 22:00

Тынғылыҡ тапмай ыҙаланы...

Тик тиҙҙән беҙ әбейҙең төндәрен ҡысҡырғанан ишетеп, бабайҙың йәне уға тынғылыҡ бирмәгәнен белдек. Үлгән кешеләр был донъянан ғына өндәшмәй китә, ә теге донъянан бына шундай сәләм еткерә ала икән...

Тынғылыҡ тапмай ыҙаланы...
Тынғылыҡ тапмай ыҙаланы...

Өләсәйем тере саҡта уға каникулға барып йөрөй торғайным. Төпкөлдә урынлашҡан ауылда бер нисә йорт ҡына ҡалған, улары ла өлкәндәр ине. Башҡорт ауылында бер урыҫ әбейенең дә булыуы ҡыҙыҡ ине. Уның русса һүҙ ҡушҡанын ишетмәнек тә, беҙҙеңсә матур һөйләште. Ниңәлер тик уның баҡсаһында ғына алмалар үҫә ине. Йорто янынан үткәндә беҙҙе шул алмалар менән һыйлай торғайны. Өләсәйем ул әбейгә яҡын бармаҫҡа, уның ҡулынан бер нәмә лә алмаҫҡа ҡуша ине.

Бер төн, үҙем кеүек ситтән килгән балалар менән, усаҡтан ҡайтып киләбеҙ. Шул саҡ был урыҫ әбейенең ҡысҡырған тауышын ишеттек. Ауылда бер кемдең дә уты янмай, ә уныҡы яна. Аптыраныҡ. Ҡурҡһаҡ та, ҡыҙыҡһыныуыбыҙ көслөрәк булғандыр инде, тәҙрәһенән барып ҡараныҡ. Әбей мөйөшкә ултырып алған да: “Миңә яҡын килмә! Кит бынан! Ҡаҡшаттың бит!”-тип ҡысҡыра. Беҙ йәһәтләп өләсәйҙәребеҙ янына йүгерҙек.

Икенсе көнө түҙмәй өләсәйемә күргәнемдең барыһын да һөйләп бирҙем дә: “Әллә ул ауырыумы? Ниңә ауылдағылар да унан ситләшә?”-тип һораным. Өләсәйем уфтанып ҡуйҙы ла: “Ул ире менән бик насар йәшәне. Иптәше бик эшлекле, яҡшы кеше ине, ә был уны тиңһенмәй ыҙалатты. Ғүмер буйы шулай йәшәнеләр. Бабайы үлер алдынан, әбей унан ниндәйҙер аҡса таптырып, талашып киткәндәр. Ире үлһә лә, был уға үсегеүен дауам итте. “Үлдем дә ҡотолдом тип уйлама, ҡылам мин һине!”-тип үҙ диндәренә ярашлы өсөн, өс, туғыҙ, ҡырҡ көнөн дә уҡытманы. Бабайҙың туғандары ғына үҙ ауылында поминка тигән нәмәләрен үткәргән. Ә ир ғүмер буйы йәшәгән йортта ул онотолдо. Тик тиҙҙән беҙ әбейҙең төндәрен ҡысҡырғанан ишетеп, бабайҙың йәне уға тынғылыҡ бирмәгәнен белдек. Үлгән кешеләр был донъянан ғына өндәшмәй китә, ә теге донъянан бына шундай сәләм еткерә ала. Шуға күрә мәрхүмдәрҙе яманлап һөйләргә, уларҙан үс алып маташырға ярамай - язаһын ғүмер буйы аласаҡһың”,-тип һөйләп бирҙе.

Ул әбейҙең үлгәнгә тиклем тынғылыҡ тапмауын, унан ыҙалыҡ менән йән биреүен хәтерләп, тереләргә лә, мәрхүмдәргә лә итәғәтле булырға тырышам.

З. Яҡупова.

 

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в