Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
27 Июль 2022, 19:00

Күршем "үләһең" тине...

Бер көн әллә ниндәй үләндәр тотоп килеп ингән. “Ошоларҙы ҡайнатып эс, йүнәлерһең”,-ти. Уның бысраҡ моҡсайҙа ятҡан әллә ниндәй үләндәренә ҡарап ерәнеп киттем. “Минең бер ерем дә ауыртмай, рәхмәт”,-тип көскә сығарып ебәрҙем...

Күршем "үләһең" тине...
Күршем "үләһең" тине...

Бөгөн күршем “Оҙаҡҡа бармайһың һин! Әйттем бит! Бигерәк йонсоп бараһың. Рак менән ауырығандар шулай була”,-тине.

Алтмышты үткән ҡатындың һөмһөҙлөгө аптырата. Нисек инде тере кешегә үлем теләргә була? Минең балалар ҙа бик бәләкәй әле. Унан алда: “Һин төндәрен йоҡлай алмайһың, күрәһең. Йөҙөңә сыҡҡан”,-тине.

Ошонан һуң ысынлап та йоҡлай алмай башланым. Төнө буйы борғоланып сығам.

Бер көн әллә ниндәй үләндәр тотоп килеп ингән. “Ошоларҙы ҡайнатып эс, йүнәлерһең”,-ти. Уның бысраҡ моҡсайҙа ятҡан әллә ниндәй үләндәренә ҡарап ерәнеп киттем. “Минең бер ерем дә ауыртмай, рәхмәт”,-тип көскә сығарып ебәрҙем. Бер тәҙрә асыҡ тора ине. Был ишек алдына сығып: “Минең ҡулымдан ошо үләндәрҙе алмаған өсөн мәңге йәлсемәһен”,-тигәнен ап-асыҡ ишеттем.

Ошонан һуң бөтөнләй тынғы бөттө. Бөтөнләй йоҡлай алмайым. Көскә йоҡоға китһәм, будильник ҡысҡыра ла башлай. Ысынлап тә хәлем бөтөүен тоя башланым. Ирем ситтә эшләй. Мин кескәй балалар менән яңғыҙым. Ә күрше апайҙы индермәйем тип ҡапҡаны бикләп ҡуйһам, ул ҡойманы төртөп булһа ла, барыбер килеп инә. Нисек ҡотолорға икән унан? Өҫтәүенә уның сихырсы тигән ҡушаматы ла бар. Бик ҡурҡа башланым.

Ғ.

Һүрәт - интернет селтәренән.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: