Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
27 Апрель 2022, 18:20

Гөлдәремде ... үлтерҙе

Икенсе көнөнә үҫемлектәрем ярым үлек хәлдә ине. Аптырап күрше инәйҙе саҡырып индереп күрһәттем. Хәлде һөйләп бирҙем. “Күҙе ҡаты инде әхирәтеңдең. Бетеү кәрәк үҙеңә лә”,-тип миңә бетеү яҙып бирҙе. Унан ҡыҙыл сепрәк һорап алып, нимәлер уҡып, шуны ҡырҡып гөлдәремә таҫмалап ҡуйырға ҡушты...

Гөлдәремде ... үлтерҙе
Гөлдәремде ... үлтерҙе

Күҙ тейеүгә ышанмағандар ҙа һәм “миңә күҙ тейгән” тип уйлап ҡына йөрөгәндәр ҙә бар. Мин был һүҙҙәрҙе еңел ысҡындырырға кәңәш итмәҫ инем. Беҙҙең ата-бабалар электән күҙ тейеүҙең булыуын белгән. Хәҙерге ҡайһы бер фәндәр ҙә быны инҡар итмәй. Кеше икенсе кешегә юрамал күҙ тейҙерәм тип тә уйламай. Ундайҙар хаҡында: “Күҙе ҡаты”,-тиҙәр.

Мин хаҡлы ялға сыҡҡас гөл-сәскә үҫтереү менән мауығып киттем. Элек яратҡан шөғөлөмә ваҡытым юҡ ине. Бер көн әхирәтем килде. Шаулап үҫеп ултырған гөлдәремә ҡарап һоҡланды ғына. Икенсе көнөнә бар үҫемлектәрем шиңеп, бөршәйеп ҡалған ине. Был ни хәл булды тип, ашламалар алып, гөлдәрҙе саҡ тергеҙеп алдым. Бер ай самаһы үткәс, теге әхирәтем тағы килде. Тағы һоҡланып ҡарап ултырҙы гөлдәргә. Икенсе көнөнә үҫемлектәрем ярым үлек хәлдә ине. Аптырап күрше инәйҙе саҡырып индереп күрһәттем. Хәлде һөйләп бирҙем. “Күҙе ҡаты инде әхирәтеңдең. Бетеү кәрәк үҙеңә лә”,-тип миңә бетеү яҙып бирҙе. Унан ҡыҙыл сепрәк һорап алып, нимәлер уҡып, шуны ҡырҡып гөлдәремә таҫмалап ҡуйырға ҡушты. Әхирәтем килгәнен ҡурҡып көттөм. Ул йән ингән гөлдәргә тағы һоҡланып ҡараны. Тик икенсе көнөнә бер нәмә лә булманы! Унан әхирәтемә ошо хәл, инәй тураһында барыһын да һөйләп бирҙем. Ә уның иҫе лә китмәй: “Эйе, шулай, бала саҡта әсәйем минән бәпкәләрҙе лә көттөрмәй торғайны. Сөнки мин уларға шул тиклем һоҡланып ҡарап ултырам да, икенсе көнөнә мотлаҡ бер нисәүһе үлә торғайны”,-тип яуап бирҙе. “Ҡаты күҙ” булыуын иҫкәртмәгән дә бит.

С.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: