Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
16 Апрель 2022, 19:00

Шайтан аунап ятмаһын...

Беҙ шарҡылдап көлә башланыҡ. Әхирәтем: ”Өләс, ашарға күп бит, шайтанға ла етә”,-тине. Мин көлөп уға ҡараным. Шул саҡ ябылмаған тәҙрәлә ҡап-ҡара һын күрҙем...

Шайтан аунап ятмаһын...
Шайтан аунап ятмаһын...

Әхирәтем менән бала саҡтан дуҫбыҙ. Бер-беребеҙгә барып йоҡларға ҡалып, бер ғаиләгә әүерелеп бөткәнбеҙ. Әхирәтемдең өләсәһе өлкән генә, намаҙ уҡый. Ул беҙгә төрлө хәл-ваҡиғалар һөйләй, ҡыҙҙар ниндәй булырға тейеш икәнлеген өйрәтә. Ә беҙ рәхәтләнеп көләбеҙ. Бер көн әхирәтемдең бүлмәһендә ашап ултырабыҙ. Өләсәһе килеп инде.

“Эңерҙә ҡорғанығыҙҙы япмағанһығыҙ. Етмәһә өҫтәл артында ашамай, ятып ашайһығыҙ. Валсыҡтарығыҙҙы төшөрөп бөткәнһегеҙ. Был бит ҙур гонаһ. Шайтанды ҡыуандырып, уның менән бергә ашап ултыраһығыҙ”,-тине.

Беҙ шарҡылдап көлә башланыҡ. Әхирәтем: ”Өләс, ашарға күп бит, шайтанға ла етә”,-тине. Мин көлөп уға ҡараным. Шул саҡ ябылмаған тәҙрәлә ҡап-ҡара һын күрҙем. Йәнһүрәттәрҙә күрһәтелгән мөгөҙлө, ҡойроҡло шайтанды. Ул да беҙҙең кеүек шарҡылдап көлә ине. Нимә тип әйтергә белмәй, шаҡ ҡаттым. Әхирәтемде аптыратып ҡапыл ғына йыйынып ҡайтып киттем. Ә мин уларҙа йоҡларға тейеш инем.

Ҡайттым да өлкән инәйҙең нәсихәттәрен иҫемә төшөрә башланым. “Өҫтәлдә ризыҡ асыҡ ҡалмаһын, шайтан ялай”, “Урынығыҙҙы йыйыштырып китегеҙ, шайтан аунап ятмаһын”, “Асыҡ ултырып ҡалған һыу, эсемлектәргә төнөн шайтан ауырыу төшөрә. Уны эскән кешеләр ауырый” һ.б. һ.б. Үтәй алмаҫлыҡ кәңәштәр түгел дә инде. Шайтандың һынын ап-асыҡ күреүем, тормошомдо тулыһынса үҙгәртте. Кемдер, бәлки, ышанмаҫ, әммә миңә был етди иҫкәртеү булды.

К.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: