Серле донъя
10 Апреля 2022, 14:30

Үәт, исмаһам, бүләк!

Үлер алдынан: “Минең васыят шул - әйберҙәремде ташлар булһағыҙ ҙа, йыуып, ҡарап ташлағыҙ”,-тине...

Үәт, исмаһам, бүләк!Үәт, исмаһам, бүләк!
Үәт, исмаһам, бүләк!

Өләсәйем бер бүлмәле фатирҙа яңғыҙы йәшәне. Беҙ килеп өйөн йыуып, таҙартып бирәйек тиһәк, һәр саҡ ҡаршы булды. Һуғышты тылда кисергән өләсәйебеҙ ныҡ ҡырыҫ булды, һөйләшеп барманы, аралашманы, беҙҙе үҙенә яҡын да килтермәне.

Үлер алдынан: “Минең васыят шул - әйберҙәремде ташлар булһағыҙ ҙа, йыуып, ҡарап ташлағыҙ”,-тине.

Ул мәрхүмә булғас, апайым менән фатирҙы йыуырға тотондоҡ. Шкафтың мөйөшөндә һарғайып бөткән күүүүп тәрилкәләр килеп сыҡты. Апайым: “Ташлайыҡ та ҡуяйыҡ, быны ҡасан йыуып бөтәбеҙ! Таңға тиклем дә бөтөрлөк түгел”,-тип мыжый башланы. "Уға барыбер түгелме ни - үлгән - үлгән инде!"-тип ныҡышты апай. 

Өләсәйҙең һәр нәмәне йыуып ташларға ҡушыуын хәтеренә төшөрҙөм. "Һуңғы һүҙен үтәйек!"-тинем.

Тәрилкәләрҙе айыра башлағас, ултыра төшә яҙҙыҡ. Уның һәр ҡатына берәр мең һумлыҡ аҡса ҡыҫтырылған ине. Артабан беҙ уның һәр әйберен ентекләп ҡарай башланыҡ һәм хайран ҡалдыҡ! Иҫке ойоҡбаштар эсенән 30 мең һумдан ашыу килеп сыҡты. Ҡапҡаслы шәкәр, ҡайнатма һауыттарына 500-әр һум һалынған ине. Ҡырыҫ өләсәйебеҙҙең һуңғы бүләге лә, васыяты ла шул булған.

Ғәҙилә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас