+10 °С
Облачно
Ҡышҡы каникулдарҙа саңғы шыуырға Урал тауҙарына киттек. Бер компания булып. Күңелле! Кешеләр күп ине. Урман ҡуйы, матур, ҡарға күмелгән. Шул саҡ минең арттан кемдер күҙәткәнен тойҙом. Ауыр, ҡурҡыныс ҡараш ине ул. Мин иң арттан килә инем. Ҡапыл боролоп ҡараным. Шул саҡ ике метрҙай ҙур нәмә шыршыларҙы ҡый үләнендәй йырып инеп китте! Ныҡ итеп ҡысҡырып ебәрҙем. Барыһы ла туҡтаны. Бер килке һөйләй алмай торҙом, унан әйттем. Тик миңә бер кем ышанманы. Минең күҙем бик яҡшы күрә. Мин яңылышманым. Ҡар кешеһе булды ул.
Д.