

Намаҙға баҫырға булдым. Бының сәбәбе бик етди. Яңыраҡ больницаға эләктем. Палатала дүрт кеше яттыҡ. Бер карауат буш торҙо. Ә минең башым шул тиклем ауыртты: көн менән төндө айырмайым, йоҡлай алмайым. Шулай төнөн кемдеңдер аяғын һөйрәтеп палата буйлап йөрөгәнен ишеттем. Аҙымдар минең яныма ыңғайлай ҙа, унан кире һыу краны яғына йүнәлә. Палаталағы ауырыуҙар тип уйлар инем, барыһы ла йәштәр, аяғын һөйрәп атламайҙар. Был хәл икенсе төндә ҡабатланды. Аяҡ тауыштары миңә яҡынлай ҙа, кире һыу краны яғына китә. Өсөнсө көнөнә буш карауатҡа тағы бер ауырыуҙы килтереп һалдылар. Был төндө теге аяҡ тауыштары минең яҡҡа ыңғайлауын, унан яңы һалынған ауырыу янына киткәнен ишеттем. Һәм аҙымдар туҡтап ҡалды. Иртәнсәк теге ҡатын вафат булғанын күреп ҡот осто. Күрәһең, унан алда өс төн Үлем йөрөгәндер, ә минең ваҡытым етмәгәндер инде. Шуға күрә бар доғаларҙы өйрәнеп, намаҙ уҡырға булдым.
Тәскирә.