Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
20 Ғинуар 2022, 20:05

Шулай ҙа була икән

“Бында ир кеше йәшәргә тейеш!..” - тигән ҡурҡыныс тауышты ишетеп уянып киттем...

Әсәйем, унан ҡапыл атайым мәрхүм булып ҡалғас (урындары ожмахта булһын) мин дипломлы белгес ата нигеҙенә ҡайттым. Атайымдың тырышып үҙ ҡулдары менән һалған ҙур йорт. Әйткәндәй, был нигеҙ бер нисә быуын беҙҙеке. Унда минең өлкән ҡартатайымдар ҙа йәшәгән. Һәр ғаиләләге кеүек бәхетле лә, бик үк бәхетле булмаған мәлдәр ҙә булғандыр. Әммә нигеҙ тик атанан улына күскән. Ә минең ағайым Алыҫ Көнсығыш яғына сығып китте лә, ҡайтырға уйламай. Шулай итеп, йорт минекенә әүерелде. Мин баҡса менән уратып алынған өйөбөҙҙө бик яратам.

Йортта яңғыҙым йоҡларға ятҡан беренсе төндө үк башланды. “Бында ир кеше йәшәргә тейеш!..” - тигән ҡурҡыныс тауышты ишетеп уянып киттем. Һаташам тип уйланым. Тик төнөн һауыт-һаба ярыла, ишектәр асылып ябыла башлағас, ҡотом осто. Аптырап күрәҙәсегә барҙым. Ул миңә: “Йорт эйәһе ҡатын-ҡыҙ кешенең генә йәшәүен теләмәй. Йөрөгән егетеңә юҡҡа үпкәләгәнһең, кейәүгә сыҡ һәм шул йортта йәшәгеҙ. Нигеҙе ҡотло, тик унда ир хужа булырға тейеш”,-тине.

Егетем менән асыуланышҡайныҡ шул. Үҙем ғәйепле инем. Башҡа йәшәргә урын булмағас, һөйгәнемдән ғәфү үтендем, яныма саҡырҙым. Бергә йәшәй башлағас, ике ай дауам иткән “фильм ужаса” тамамланып, йортобоҙҙа тыныс булып ҡалды. Ышанма шунан өй эйәһенә! Күрәһең, үҙе лә ир затынан булып, ҡатын-ҡыҙға буйһонорға теләмәгәндер.

Ләйлә.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: