Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Серле донъя
20 Декабря 2021, 15:30

Гардинды ла игәй

Ҡурҡышымдан ырғып торҙом. Сәғәт таңғы дуртенсе ярты...

Добавить в предпочтительные источники Google

Төнөн йоҡо аралаш кемдеңдер гардин буйлап йөрөгәнен ишеттем. Икенсе яғыма әйләнеп яттым. Башымды яҫтыҡ менән ҡаплап ҡуйҙым. Хәҙер инде гардинды (ә ул алюминдан) ипләп кенә игәй башлаған тауыш сыҡты. Уяна алмай ята бирәм. Ҡапыл гардиндың бер осо иҙәнгә килеп төшмәһенме! Ҡурҡышымдан ырғып торҙом. Сәғәт таңғы дуртенсе ярты. Гардиндың бер ере лә боҙолмаған, бушамаған, ә нисектер килеп төшкән. Шомло булып китте.

Минең шундай ғәҙәтем бар: тышҡа сығыр алдынан үтек, бүлмәләрҙә ут һүнедерлгәнме икәнлеген ҡабат-ҡабат ҡарап сығам. Ләкин барыбер мин ҡайтҡанда ниндәй ҙә булһа бүлмәлә, ут янып тора. Тәүҙә ҡурҡа инем, хәҙер өйрәнеп барам инде. Минең менән күренмәгән бер кем йәшәй, күрәһең. Зыян килтермәһә булды. 

Л.

Автор:Гузель Салихова