Бәндәләр өҫтөндә кеше хаҡы, алдашыу һәм рәнйетеүҙәр баштан ашҡан, хыянаттар сик һәм самаларҙы үтеп киткән был заманда фәһемле нәсихәттәргә лә ҡытлыҡ ҙур.
Әгәр ҙә кеше быларҙың береһенең дә хаҡын түләп өлгөрә алмаған хәлдә үлеп китһә, Ахирәттә уның йәнен үҙе рәнйетеп йөрөгән йәндәр уратып алыр ҙа, берәүҙәр елкәһенә, икенселәр ҡулына, өсөнсөләр сәсенә йәбешеп, үҙенең хаҡын талап итер: “Һин мине рәнйеттең, мыҫҡыллап йөрөнөң, хурлауҙан туйманың, һин миңә күрше инең-күрше була белмәнең, минең менән һин алыш-биреш итеп йөрөнөң—алдашыуҙан башың сыҡманы, һатҡан әйбереңдең етешһеҙлеген йәшерҙең, хаҡын арттырып алдың. Һин минең мохтажлығымды күреп торҙоң, бай булыуыңа ҡарамаҫтан, ярҙам итә белмәнең, башҡалар мине ҡыйырһытып йөрөгәнде күрҙең—мөмкин була тороп яҡлап ҡалырға тырышманың”,-тиерҙәр.