Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
25 Октябрь 2021, 21:10

Зыяраттан алырға ярамай!

Өләсәйемде алдап, ҡурҡыныс бүрәнә ҡуйып, уның һуңғы көндәрен тынғыһыҙ иткән ирҙәр ниндәй намыҫ менән йәшәй икән?..

Өләсәйемдән ҡалған өй миңә яҙған булып сыҡты. Ни өсөн ул шулай хәл иткәндер, белмәйем. Сөнки өләсәйҙең ейән-ейәнсәрҙәре бик күп. Бер ял көнөндә йыйыштырырға, ауыл һауаһын һуларға киттем. Өй иҫке булһа ла, ныҡ ҡына. Өләсәйем уны ныҡ тәрбиәләп тотто. Көнө буйы йыуып-йышып арығас, шунда уҡ йоҡоға талғанмын. Нимәлер ярылған тауышҡа тертләп уянып киттем. Аш бүлмәһендә иҙәндә ватылған сынаяҡ, тәрилкәләр ята ине. Бар нәмәне шкафҡа ҡуйып ятҡас, ҡотом осто. Кемдер өйгә үтеп ингәндер, бар ерҙә утты тоҡандырҙым. Берәү ҙә юҡ ине. Икенсе төнө ҡыйыҡта олоған тауыш ишетелә башланы. Күршеләргә йүгереп ингәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Күрше инәй мине көскә тынысландырҙы. Унан: “Өләсәйең дә һуңғы осор йортта нимәлер йөрөүенә, йоҡлағанда баҫлығыуына зарлана ине. Барыһы ла ҡыйыҡтың серегән бүрәнәһен алмаштырғас башланды. Ауылда эсергә яратҡан ике ирҙе яллаған ине. Улар ҡайҙандыр бүрәнә табып алып килгәйнеләр. Һуңынан ғына зыяраттан һүтеп алып, ситтә ятҡан бүрәнәне тотоноуҙарын белдек”,-тине.

Ауылдағы зыяраттың ҡоймаһын тимергә алмаштырғайнылар шул. Мин күршеләрҙә йоҡланым да, ҡайтып киттем. Барыһын да атай менән әсәйгә һөйләп бирҙем. Атай ышанып етмәһә лә өйҙөң ҡыйығын тулыһынса алмаштырып ябырға булды. Ике айҙан һуң бар эште башҡарып бөттөләр. Был юлы әсәй менән киттек. Ҡурҡа-ҡурҡа йоҡларға ятһам да, барыһы ла тыныс ине. Сит тауыш та, ярылған һауыт-һаба ла булманы. Өләсәйемде алдап, ҡурҡыныс бүрәнә ҡуйып, уның һуңғы көндәрен тынғыһыҙ иткән ирҙәр ниндәй намыҫ менән йәшәй икән?

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: