Һаҡмар
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
22 Октябрь 2021, 19:55

Теге донъянан ярҙамға килә...

Уларҙың күрше ауылында бер ирҙең ҡатыны үлеп ҡала. Йәш булыуына ҡарамаҫтан. Халыҡ араһында иренә ғашиҡ булған ҡатындың эше тигән шыш-быш китә...

Минең һеңлем сыуаштар араһында йәшәй. Төрлө ғәләмәт донъя, беҙгә ҡыҙыҡ булып тойолған байрамдар тураһында ла унан ишетәм. Ҡайһы бер тарихтарына көләм, бәғзеләренән ҡурҡам, ҡайһылары уйға һала.

Шулай, уларҙың күрше ауылында бер ирҙең ҡатыны үлеп ҡала. Йәш булыуына ҡарамаҫтан. Халыҡ араһында иренә ғашиҡ булған ҡатындың эше тигән шыш-быш китә. Тиҙҙән ир ысынлап та уға өйләнә. Тик үгәй әсә уның биш һәм ете йәшлек балаһын күрә алмай. Ир ниңәлер яңы ҡатыны яғын ала. Бер көн ауыл янындағы урманға бара ла, балаларына: “Мин хәҙер киләм”,-тип уларҙы ҡалдырып китә. Хәтһеҙ ваҡыт үтә. Өшөгән балаларҙың иларға ла хәле булмай. Ә теге ир барыһын да уйлап эш итә. Балалар юл яғынан күренмәй. Шул саҡ бер ир ҡайҙандыр ҡайтып барған була. Ҡапыл уның ҡаршыһына бер ҡатын сығып баҫа. Ир көскә тормозға баҫып өлгөрә. “Зинһар, балаларымды ҡотҡар!”-тип ялбара ул. Ир аптырап ҡатын артынан китә. Ҡараһа, өшөгән балалар ултыра. Ир йәһәт кенә уларҙы күтәреп ала ла, ауылға ашыға. Ҡатын да кабинаға инеп ултыра. Балаларҙың йортона килеп туҡтап, өйгә инә. Шул саҡ әсә кешенең үлеүен ишетеп аптырап ҡала. Стенала, балалары менән төшкән фотола, үҙен туҡтатҡан ҡатын тора. Тиҙҙән барыһы ла асыла, балаларҙы мәрхүмәнең туғандары ала, ә теге ике әҙәм аҡтығы хөкөм ителә. Әсә йөрәге балаһы өсөн икенсе донъянан да атлығып килеп етергә әҙерҙер, күрәһең...

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: