Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
18 Октябрь 2021, 19:25

"Өйөңдөң ене бар!"

Аңлатып ҡарайым, “миңә былай ҙа рәхәт яңғыҙыма, тыныс, аулаҡ, кейәүгә сыҡҡым килмәй”, тип, тик әсәйем: “Һин ошо фатирға күскәс, үтә тыныс булып киттең, быға тиклем туй күлдәге, бала табыу тураһында хыяллана инең”,-ти...

Мин яңы фатирымда биш йыл йәшәйем. Бер бүлмәле булһа ла, миңә бик уңай. Хатта бер кем көтмәһә лә, фатирымды һағынып, йүгереп ҡайтам. Өйҙә булғанда минең кәйефем һәр саҡ күтәренке, баш ауыртыу, йоҡо туймауҙы бөтөнләй белмәйем. Тик бына әсәйем фатирҙы һатып алғандан алып, мине уны алмаштырырға өгөтләй. “Өйөңдөң ене бар”,-тип аптырата. Ҡарт кешенең яңылышыуы тиер инем, әсәйемә яңы илле тулды.

Барыһы ла мин Өфөлә бер аҙналыҡ уҡыуҙа ла булғанда башланды. Әсәйем Баймаҡ дауаханаһына йөрөйөм, минең ваннаны ремонтлатам тип миндә тороп ҡалды. Ҡайтһам, әсәйем инәйҙәрҙә йәшәп ята. Уның һөйләүенсә, ҡараңғы төшөү менән ваннала кемдер туҡылдай башлаған. Тәүҙә күршеләр ниҙер эшләйҙер тип уйлаған. Тик тауыштың нәҡ минең ваннанан килеүен аңлаған. Барһа – тыма, китһә тағы башлана икән. Аптыранһа ла – йоҡларға ятҡан. “Төнөн мине кемдер быуғанға уянып киттем. Хатта йөнтәҫ ҡулдарын да тойҙом. Иртәнсәк сәй эсәйем тип кухняға сығып барһам, иҙәндә тайып ҡоланым. Ҡараһам, кистән әҙерләп ҡуйған обой елеме түгелеп ята. Ул нисек түгелһен, ныҡ ултыра ине”,-тип һөйләне әсәйем.

Мин уны тыңлап көлә башланым. Әсәйем асыуланып: “Фатирыңды һатаһың!”-тине. Беҙ залда ултыра инек. Уның һүҙҙәренән һуң кухняла ниҙер төшөп ярылды. Ҡараһам, әсәйем өсөн тотҡан сынаяҡ ярылған. Әсәйемә был етә ҡалды. “Ситкә генә ултыртҡанһыңдыр”,-тип ҡарайым, юҡ, тыңларға ла теләмәй.

Хәҙер бына нисәмә йыл ошо минең фатирым өсөн һүҙгә килешәбеҙ. Әсәйем минең һаман кейәүгә сыҡмауымды ла ошо фатирҙан күрә. Аңлатып ҡарайым, “миңә былай ҙа рәхәт яңғыҙыма, тыныс, аулаҡ, кейәүгә сыҡҡым килмәй”, тип, тик әсәйем: “Һин ошо фатирға күскәс, үтә тыныс булып киттең, быға тиклем туй күлдәге, бала табыу тураһында хыяллана инең”,-ти.

Әллә әсәйемдең һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бармы икән? Мин көнө буйы эштә, фатирыма ысынлап та ашҡынып ҡайтам да, күңелемдә һиллек тә, рәхәтлек. Тик бының өсөн ҡыуанырға ғына кәрәк бит. Мин әсәйем кеүек һаташмайым да, тыныс йоҡлайым, фатирымда “шылт” иткән дә ят тауышты ишеткәнем юҡ. Нимә эшләргә икән миңә? Әсәйем менән дә бәхәсләшеп арыным, яратҡан фатирымдан да айырылғым килмәй.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: