Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
10 Октябрь 2021, 21:15

Ҡотҡарып өлгөрҙө

Кемдеңдер ауыр ҡарашын тойҙом. Карауат янында иҫ киткес йөнлө, оҙон ҡуллы, бәләкәс кенә бер бабай баҫып тора ине...

Төш булдымы әлә ысынмы, әле лә уйланам. Сөнки барыһын да асыҡ хәтерләйем. Ағайым да көлә лә ҡуя. Ҡайһы саҡта: “Эйе, ысын булды, һин барыһын да хәтерләргә бигерәк бәләкәй инең шул”,-ти.

Миңә өс йәш тирәһе. Ағайым менән иҙәндә тәгәрәп йөрөп уйнайбыҙ. Әсәйем ишек алдында ине. Бер мәл ағайым торҙо ла, аш бүлмәһе яғына сығып китте. Мин уйынсыҡ машинаны йөрөтәм. Шул саҡ кемдеңдер мине ҡаты итеп аяғымдан тотоп, карауат аҫтына һөйрәгәнен тойҙом. Тәүҙә ағайым шаярта тип уйланым. Тик сәбәләнә башлағас, ҙур, йөнтәҫ ҡулдарҙы тойҙом. Мин аҡыра башланым. Ағайым йүгереп килеп етте лә, минең ҡулдарыма йәбеште. Теге нәмә мине карауат аҫтынан ҡайҙалыр стена яғына һөйоәй, ағайым был яҡҡа тарта. Шул саҡ әсәйемдең: “Нимә илатаһың уны?!”-тип ҡысҡырған тауышы ишетелде. Йөнтәҫ ҡулдар мине ебәрҙе.

Әсәйемә бер нимә лә һөйләй алмайым, илайым. Ул ағайҙы әрләне-әрләне кире сығып китте. Бер – ике көн үткәс, ишек алдында уйнап йөрөгән ерҙән, һыу эсергә өйгә индем. Кемдеңдер ауыр ҡарашын тойҙом. Карауат янында иҫ киткес йөнлө, оҙон ҡуллы, бәләкәс кенә бер бабай баҫып тора ине. Ул миңә табан бер аҙым эшләүе булды, мин сыҡтым да ҡастым.

Әсәйем шулай ҙа беҙҙең һүҙгә ҡолаҡ һалды. Ауылдағы мулланан өйгә аҙан ҡысҡыртты. Шунан һуң йортобоҙ тынысланып ҡалды. Ҡурҡыныс баласаҡ төшөм тип уйлаған булам үҙем. Шулай ҙа беҙ белмәгән донъяның да барлығын тойоп йәшәйем.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: