Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
14 Июль , 21:20

ӘЛЛӘ ЫСЫН БАР ИНДЕ?

Студент саҡта минең әхирәтем төрлө сихырлауҙарға, кәрт һалыуҙарға, йондоҙнамәләргә ышана торғайны. Ә мин киреһенсә, ундай күренештәрҙе тулыһынса инҡар иттем, барыһын дә фән йөҙөнән аңлатырға тырыштым. Бер көн шул “ҡара көс”, “сихырлау” һ.б. тураһында һөйләшеп, ныҡ итеп бәхәсләшеп киттек. Әхирәтем һәр егетте үҙеңә мөхәббәт сихыры ярҙамында ҡаратып була, тип аптыратты. “Улай булғас, әйҙә, сихырлайыҡ! Һин мине өйрәтәһең, мин һиңә быларҙың барыһының да юҡ нәмә икәнлеген иҫбат итәм. Тик ошонан һуң башҡа сихыр темаһына һөйләшмәйбеҙ”,-тинем...

ӘЛЛӘ ЫСЫН БАР ИНДЕ?

Студент саҡта минең әхирәтем төрлө сихырлауҙарға, кәрт һалыуҙарға, йондоҙнамәләргә ышана торғайны. Ә мин киреһенсә, ундай күренештәрҙе тулыһынса инҡар иттем, барыһын дә фән йөҙөнән аңлатырға тырыштым. Бер көн шул “ҡара көс”, “сихырлау” һ.б. тураһында һөйләшеп, ныҡ итеп бәхәсләшеп киттек. Әхирәтем һәр егетте үҙеңә мөхәббәт сихыры ярҙамында ҡаратып була, тип аптыратты. “Улай булғас, әйҙә, сихырлайыҡ! Һин мине өйрәтәһең, мин һиңә быларҙың барыһының да юҡ нәмә икәнлеген иҫбат итәм. Тик ошонан һуң башҡа сихыр темаһына һөйләшмәйбеҙ”,-тинем.

Әллә ниндәй май шәмдәр, көҙгөләр менән нимәлер ҡыландыҡ. Миңә оҡшаған, әммә бөтөнләй иғтибар итмәгән егетте һайланыҡ. Бер аҙнанан һуң теге егет мине уйламағанда ятаҡҡа тиклем оҙатып ҡуйҙы. Ике аҙнанан һуң беҙ уның менән осраша башланыҡ, өсөнсө аҙнаһында был егет минһеҙ йәшәй алмағанын белдерҙе. Мин һаман да сихырға ышанманым, барыһы ла тура килгәндер генә тип уйланым. Тик егет миңә бик оҡшаһа ла, уның менән ҡыйын була башланы. Сөнки мин осрашыуҙан баш тартһам, йәки ул әйткән башҡа берәй нәмә менән ризалашмаһам, бик асыулана торғайны. Унан оҙаҡ тыныслана алмай ине. Бер көн ҡулдарымдан ныҡ итеп тотоп, күгәртеп бөттө. Мин ҡурҡтым һәм башҡа осрашмаҫҡа булдым. Ошонан һуң иң ҡурҡынысы башланды: ул мине бар ерҙә ҡарауыллап йөрөнө, тотоп алһа – ебәрмәй йөҙәтте.Төнө буйы тәҙрәм төбөндә аҡырып йөрөр булды. Ата-әсәһе улдары берәй эш ҡылып ҡуймаһын тип ҡурҡып, уны икенсе ҡалаға алып китте. Мин телефон номерымды алмаштырҙым, социаль селтәрҙәрҙә уны ҡара исемлеккә ҡуйып сыҡтым. Шуға ҡарамаҫтан уның миңә төрлө хәбәрҙәре килеп етеп торҙо. Берсә мине һаман яратыуына зарланды, берсә үлтерәм тип ҡурҡытты. Нисә йыл үтте, ә һаман да уйланам. Әллә сихыр ысын бармы икән? Шулай ҙа теләһә нәмәгә, серле донъяға барыбер ышанмайым.

К.

Автор:Гузель Салихова