Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
12 Июль , 18:00

ҺӨТ КЕНӘ ЮҠ...

Элек бергә эшләгән коллегама “начальник төшкә инә әле” тип көлгәйнем, “Ул бит яңыраҡ мәрхүм булып ҡалды”,-тип шаҡ ҡатырҙы. Уның ҡатынын яҡшы белгәнгә, шылтыратып ҡайғы уртаҡлаштым, төшөмдө һөйләнем...

Ул саҡта мин Мәскәү янындағы бер ҡалала эшләп йөрөй инем. Институттан һуң уңышлы ғына эшкә урынлаштым. Коллектив йәш, барыһы ла дәртле, бигерәк күңелле була торғайны. Беҙҙең бүлек менән иллегә етмәгән ағай етәкселек итте. Мыжыҡ булһа ла, ғәҙел, ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе ғәфү итә белеүе менән оҡшай торғайны. Тиҙҙән мин кейәүгә сығып, Башҡортостанға ҡайтып киттем. Ҡыҙым донъяға килде. Бер мәл ошондай төш күрәм: имеш, ҡыҙымды ҡосаҡлап ҡайҙалыр оҙон коридорҙан барам да барам. Баламдың асыҡҡанын тоям, шуға ҡабаланам. Ниһайәт, урын табып, ҡыҙымды имеҙергә ултырҙым. Шул саҡ ҡаршыма элекке начальнигым килеп баҫты ла: “Ә беҙҙә барыһы ла бар: йортобоҙ, дуҫтарыбыҙ, хатта йорт хайуандары ла. Тик бына һөт кенә юҡ”,-тип көрһөндө.

Элек бергә эшләгән коллегама “начальник төшкә инә әле” тип көлгәйнем, “Ул бит яңыраҡ мәрхүм булып ҡалды”,-тип шаҡ ҡатырҙы. Уның ҡатынын яҡшы белгәнгә, шылтыратып ҡайғы уртаҡлаштым, төшөмдө һөйләнем. Ҡатыны бик аптыраны: “Ул бит ысынлап та һөттө бар эсемлектәрҙән дә өҫтөн күрҙе, ныҡ ярата торғайны. Уның өсөн көнөнә ике-өс ҡап һатып ала торғайным”,-тине.

Бына хәҙер уйла инде, ҡайҙа барыһы ла бар, ә һөт кенә юҡ? Ярай, урыны йәннәттә булһын.

Индира.

Автор:Гузель Салихова