Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
6 Июль , 10:45

ТЫЛСЫМЛЫ ШАР ҠОТҠАРҘЫ

13 йәшемдә урамда әхирәттәрем менән йөрөйбөҙ. Эңер төшөп бара. Шул саҡ беҙгә табан ҙур эттең сабып килеүен күрҙек. Мороно аҡ күбектә, күрәһең, ҡоторған эт булғандыр. Ҡыҙҙар нисектер ҡасып өлгөрҙө, ә мин тороп ҡалдым. Был эт минең өҫтөмә ырғыйым тигәндә генә уның ҡапыл шыңшып, сыйылдап ситкә алып ырғытылыуын күрҙем...

Миңә 8 йәш булғанда әсәйем һәм инәйем менән еләккә киттек. Ул йылды емеш бик уңған булғандыр, сөнки әсәйемдәр барып туҡтаған ерҙән йәбешеп йыя башланы. Мин улар янында еләк ашап йөрөнөм-йөрөнөм дә, ялҡып урманға инеп киттем. Быға тиклем күрмәгән ҡошҡа эйәреп ағастар араһына инеп китеп аҙаштым. Ҡысҡырып ҡараным, әсәйем ишетмәй. Шул саҡ күҙ алдымда нимәлер балҡығанын күреп ҡалдым. Шар формаһындағы был нәмә берсә алһыу, берсә зәңгәр булып яна, берсә ағарып китә. Ул бер урында торҙо-торҙо ла, әкренләп шыла башланы. Мин уның артынан киттем. Күпмелер барғас әсәйемдең мине саҡырып ҡысҡырғанын ишеттем. Улар сәй эсергә йыйына ине. Мине ҡайҙалыр китеп аҙашҡан тип уйламағандар ҙа. Әрләнмәҫ өсөн үҙем дә бер нәмә лә әйтмәнем. Урман яғына күҙ һалғайным, теге шарҙың миңә ҡарап торғанын тойҙом. Ипләп кенә “рәхмәт” тип бышылданым.

Ваҡыт үтә бара мин был ваҡиғаға үҙем ышанмай, баласаҡ фантазияһы тип ҡабул итә башланым. Тик улай булмай сыҡты. 13 йәшемдә урамда әхирәттәрем менән йөрөйбөҙ. Эңер төшөп бара. Шул саҡ беҙгә табан ҙур эттең сабып килеүен күрҙек. Мороно аҡ күбектә, күрәһең, ҡоторған эт булғандыр. Ҡыҙҙар нисектер ҡасып өлгөрҙө, ә мин тороп ҡалдым. Был эт минең өҫтөмә ырғыйым тигәндә генә уның ҡапыл шыңшып, сыйылдап ситкә алып ырғытылыуын күрҙем. Ҡараһам, эт менән минең арала теге алһыу-зәңгәр шар тора ине! Һәм мин уның фантазия булмауын аңланым. Бынан һуң нисәмә йылдар үтте, билдәһеҙ ҡотҡарыусыма әле лә рәхмәттәр уҡыйым.

Автор:Гузель Салихова