Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
10 Май 2021, 20:45

ТЫНҒЫҺЫҘ ТӨН

Бер нимәгә ҡарамай йоҡларға ятырға булдым. Шул саҡ тәҙрә туҡылдата башланылар. Ә беҙ бишенсе ҡатта йәшәйбеҙ! Мин ҡурҡышымдан коридорҙағы иҙәнгә ултырып илап ебәрҙем...

Мин йоҡларға йыйынып йөрөгөндә ишектең ҡыңғырауы шылтыраны. Барып астым. Бер кем дә юҡ. Шулай 10 минут һайын ишектең ҡыңғырауы яңғыраны. Мин асмай башланым. Тәүҙә балалар шаяралыр тип уйланым, унан төнгө беренсе киткәндә ниндәй бала йөрөһөн тип бөтөнләй ҡурҡа башланым.

Төнгө сменала булған иремә шылтыраттым. Телефоны ниңәлер һүнгән булып сыҡты. Тынысланып, барып ятайым тип кенә уйлағайным, өй телефоны шылтырай башланы. Йүгереп барып алдым. Унда бер кем дә өндәшмәй. “Кем һеҙ?! Нимә кәрәк һеҙгә?!” тип ҡысҡырҙым. Теге яҡ оста телефонды шыҡылдатып һалып ҡуйҙылар. Әхирәтемә шылтырата башланым. Уның да телефоны һүндерелгән булып сыҡты. Бер нимәгә ҡарамай йоҡларға ятырға булдым. Шул саҡ тәҙрә туҡылдата башланылар. Ә беҙ бишенсе ҡатта йәшәйбеҙ! Мин ҡурҡышымдан коридорҙағы иҙәнгә ултырып илап ебәрҙем. Күпмелер ваҡыт үткәс йоҡо бүлмәһендә нимәнеңдер “гөрҫ” итеп ҡалғанын ишеттем. Инеп ҡараһам карауат өҫтөндә стенала эленеп торған ауыр кәштә (иремә әллә күпме тапҡыр әйткәнем булды шуны алып ташлайыҡ тип) нәҡ мин йоҡлай торған ергә килеп төшкән. Мин бик ҡаты йоҡлайым. Хәйер, уяу йоҡлаһам да ҡапыл ысҡынып килеп төшкән шкафтың аҫтында тороп ҡалыр инем. Ә уның ауырлығын иҫәпкә алғанда – тере ҡалмаҫ инем. Шул саҡ кемдеңдер йәки нимәнеңдер ишеккә шылтыратып, тәҙрәне туҡылдатып, миңә йоҡларға бирмәй, мине һаҡлап алып ҡалғанын аңланым.

Читайте нас: