Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
25 Апрель , 21:20

Бында шәүлә бармы?!

Бер төн ҡайтып киләм. Хәсәндән бер нисә саҡрым үткәс, алдымда ниндәйҙер шәүлә торған кеүек күренде. Йоҡлап барам икән тип уйлап, күҙҙәремде шар астым һәм шып туҡтаным. Әлдә артымда машина булманы, миңә килеп төкөр ине...

Кемделер ҡурҡытыр өсөн яҙмайым. Бер нисә мәртәбә бер үк күренешкә юлыҡмаһам, Баймаҡ-Сибай юлында авариялар йыш булмаһа, бәлки, өндәшмәй ҡалыр инем. Ысынлап та, бер-береһенә яҡын ғына ятҡан ҡалалар араһындағы юлда фажиғәләр йыш була. Ә күпме кешенең ғүмере өҙөлдө унда! Миңә лә был юлды йыш үтергә тура килә. Ҡайһы саҡта төнгә ҡалып китәм. Бына шул саҡта абай булыр кәрәк инде.

Бер төн ҡайтып киләм. Хәсәндән бер нисә саҡрым үткәс, алдымда ниндәйҙер шәүлә торған кеүек күренде. Йоҡлап барам икән тип уйлап, күҙҙәремде шар астым һәм шып туҡтаным. Әлдә артымда машина булманы, миңә килеп төкөр ине. Ике-өс метрлыҡ ниндәйҙер һын сайҡалып торҙо-торҙо ла, миңә боролдо. Күҙ урынындағы бушлыҡтарҙы күреп, сәстәрем үрә торҙо. Йөрәгем туҡтар инде тип уйлағанда, һын юҡҡа сыҡты. Нисек ҡайтып еткәнемде хәтерләмәйем. Күпмелер ваҡыт үткәс, тағы төнөн шул юлды үтергә тура килде. Был юлы ап-аҡ һын ҡапыл алдыма боролошта осоп килеп сыҡты. Юлдан осорға бер нисә сантиметр ғына ҡалғандыр. Башҡа водителдәрҙән дә төнөн ошо юлда төрлө хикмәтле хәлдәр булғанын ишеткәнем бар. Кемгәлер аҡ һын, кемгәлер бабай, кемгәлер яңғыҙ яланғас ҡыҙ булып күренгән. Шуға күрә төнөн юлға сыҡмаҫҡа тырышығыҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Минең кеүек ошо Баймаҡ-Сибай юлында аңлашылмаған күренеште кисереүселәрҙең тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һорар инем.