Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
23 Апрель , 20:50

СЫНАЯҠ

Эштән ҡайтһам, ишек янында йылмайып ағайым баҫып тора. 4 йыл күрешмәнек. Мин икенсе ҡалала йәшәйем...

Эштән ҡайтһам, ишек янында йылмайып ағайым баҫып тора. 4 йыл күрешмәнек. Мин икенсе ҡалала йәшәйем. Инеп сәй эсергә ултырҙыҡ. Ағайым күп йылмайҙы, ниҙер һөйләне-хәтерләмәйем. Шул саҡ телефоным шылтыраны. Уны барып сумкамдан алһам, әсәйем илай-илай ағайымдың ике сәғәт элек аварияла һәләк булғанын әйтте. Кире кухняға йүгереп индем. Бер кем дә юҡ. Өҫтәлдә минең генә сынаяғым ултыра. Нимә булды был, кешеләр?!