Һаҡмар
+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
28 Ғинуар 2019, 18:09
Яҡындарым өсөн ҡурҡам
Ҡайһы саҡ беҙҙе төрлө күренештәр төрлөсә иҫкәртә. Йә сынаяҡ төшөп ярыла, йә тәҙрә туҡылдатып уяталар, йә... ҡара кейемле кеше күренә. Был турала сайттан уҡығыҙ.
Миңә ун бер йәш булғанда ҡапыл төнөн уянып киттем. Карауатым янында оҙон буйлы, ҡап-ҡара итеп кейенгән, эшләпәләге бер ирҙе күрҙем. Йөҙө күренмәй ине. Ҡурҡып күҙҙәремде сытырлатып йомдом. Иртәнсәк әсәйемә һөйләгәйнем, “һаташҡанһыңдыр” тип кенә ҡуйҙы. Ошо хәлдән һуң теүәл бер аҙна үткәс, олатайым мәрхүм булды. 20 йәшемдә был ирҙе тағы күрҙем. Мин уны нисектер күңелем менән тойҙом. Магазинға китеп барам, ә ул минең менән йәнәш бер нисә аҙым атлай ине. Әммә уның ауыр ҡарашын тойҙом. Бала саҡтағы карауат янында нәҡ ошо ир булғанын да аңланым. Бик ҡурҡып, өйгә йүгереп ҡайттым. Тик әсәйем был юлы ла миңә ышанманы. Ә бер аҙнанан һуң өләсәйем үлде. Биш йыл үткәс, төнөн һауа кәмегәндән сәсәп уянып киттем. Был ҡара кейемдәге ир минең баш осомда ғына тора, ә һыуыҡ ҡулы менән минең йөрәгемә баҫа ине. Бер аҙнанан әсәйебеҙҙе юғалттыҡ. Был ҡайғынан оҙаҡ арына алманыҡ. Мин ошо ҡара кейемдәге ир миңә күренмәһен өсөн нимә эшләргә тип, төрлө экстрасенстарҙы йөрөп сыҡтым..
Кемдәрҙер мине күҙемә ҡарап алданы, икенселәре: “Һин уның менән бер нәмә лә эшләй алмайһың. Ул һиңә үҙенә күрә бер иҫкәртеү булып килә. Нәҡ ул ҡайғы алып килә тип әйтеп булмай – был ҡара кейемдәге ир буласаҡ ҡайғылы көндәрең хаҡында ғына белдерә”, – тине. Яңы йылдан һуң тағы уны күрҙем. Ул карауатым янында миңә текләп ҡарап торғандан уянып киттем. Иң яҡын кешеләремдән атайым һәм ирем ҡалды. Нимә эшләргә миңә?! Йоҡоно ла, ашауҙы ла оноттом. Мәсеткә барып ҡына күңел тыныслығы табам.
Ә.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи