Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
12 Декабрь 2018, 17:32

Ҡәберлек өҫтөнән йөрөмә!

Мөжәүир хәҙрәттең илаһи көсө тураһында ниҙәр генә һөйләмәйҙәр. Үҙ заманында хәҙрәттең бөйөк көсө әллә күпме ғүмерҙе һаҡлап алып ҡалған. Ошо турала сайттан уҡығыҙ.

Ҡартатайым әйтте

Дуҫ ғаиләнең 7 йәшлек улы бар. Яңыраҡ уларҙың ғаиләһенә ҡайғы килде – малайҙың ҡартатаһы вафат булып ҡалды. Бер нисә көнгә өйҙә тынлыҡ урынлашты. Унан малай: “Ә үлеүе ҡыйынмы, ауыртамы?” – тип һорай башлаған. Ата-әсә бер ни ҙә аңлата алмай, ә улдары көн һайын ныҡыша. Бер көн ашап ултырғанда малай: “Үлеүе ҡайһы саҡта бик ауырта һәм ҡыйын. Уның ҡарауы һуңынан тыныс һәм яҡшы булып ҡала. Тик быға лайыҡ булырға кәрәк”, – тип әйтмәһенме. Ата-әсә аптырап: “Улым, был хаҡта һиңә кем һөйләне?” – тип һорай. Малай: “Ҡаратай, әлбиттә”, – ти. Ата-әсә хәҙер нимә тип уйларға ла белмәй. Уның ҡарауы малай тынысланып ҡалды. Башҡа үлем тураһында бер ни ҙә һорамай.

М. Йәғәфәров.


Ҡәбер өҫтөнән йөрөмә!

Беҙҙең Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән, 80 йәште үткән бабайҙың һөйләгәндәрен тыңлап, хайран ҡалдым. Был урыҫ бабайы ғүмер буйы ошонда йәшәгән. Элек иҫке 1-се мәктәп ҡаршыһында рус балалары өсөн 3-сө мәктәп булды. Балалар хәҙерге Таналыҡ урамы буйлап тура уҡырға йөрөгән. Баймаҡтар элек Таналыҡ урамында зыярат булғанын яҡшы белә. Иҫке 1-се мәктәп яғында йәшәгәндәр, хәҙерге биш ҡатлы йорттар ултырған тауға еләк йыйырға йөрөгән, ә инде Таналыҡ урамында зыярат булған. Ҡала ҙурая башлағас, зыяратты һөрөп-емереп артабан төҙөлөш киткән.

Был бабай һөйләүенсә, ул ҡапыл ауырып киткән. Аяҡтары бик ныҡ һыҙлаған, атламай башлаған. Әсәһе уны Мөжәүир хәҙрәткә алып киткән. Әсә кеше әҙерәк башҡортса һупалай белгән инде. Хәҙрәткә улар ниҙер әйтеп тә өлгөрмәгән, дин әһеле үҙе: “Һин бит ҡәберлек өҫтөнән йөрөйһөң, ә унан йөрөргә ярамай”, – тигән. Мөжәүир хәҙрәт быларға тоҙ өшкөрөп биргән. Ғаилә хәҙрәт өшкөртөп биргән тоҙҙо бик оҙаҡ йылдар ҡуллана. Ысынлап та, аяҡ һыҙлауы баҫыла. Әммә бына хәҙер инде 80 йәште үткән бабай башҡа бер ҡасан да Таналыҡ урамы аша йөрөмәй. “Ни тиклем ҡабаланһам да, һәр саҡ урап үттем”, – ти ул.

Ошо уҡ урамда бер йәш ғаилә ер бүлеме һатып ала ла, йорт төҙә башлай. Баҙ ҡаҙғанда, бала кешенең һөйәктәре килеп сыға. Ир һөйәктәрҙе ҡыйлыҡҡа алып барып күмеп китә. ошонан һуң төн һайын уның янына бала шәүләһе килә башлай. Мин дә уның менән һөйләшкәндә: “Хаталыҡ ҡылғанһың, мулла саҡыртып, уҡытып ерләр кәрәк ине”, – тинем. Күпмелер ваҡыт үткәс был ир ҡапыл мәрхүм булды, унан һуң балаһы үлде. Ғәзиз балаһын ерләгән ҡатын да ҡайҙалыр ситкә күсеп китте.

Ишетеүемсә, ошо урам яғында һыу торбаларын үткәргәндә, мебель фабрикаһын төҙөгәндә лә ер аҫтынан һөйәктәр күп сыҡҡан. Тик аллаһыҙлыҡ заманы бит инде – һөйәктәр ҡайҙалыр алып барып ауҙарыла. Баймаҡтарҙың ошо Таналыҡ урамына әруәхтарға арнап ниндәйҙер таҡтаташ ҡуйҙырып, аят уҡытыу тураһында ла һүҙ ҡуҙғатҡаны булды. Ысынлап та, ҡәбере ҡуҙғатылған әруахтарҙың йәне тынғылыҡ тапмайҙыр. Дөрөҫөн әйткәндә, мин дә ул урамдан йөрөмәҫкә тырышам.

С.
Читайте нас в