Һаҡмар
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
20 Ноябрь 2018, 11:12

“Ун йылдан үләсәкһең!”

Тик календарь ҡуйып, үҙенең ғүмерен билдәләп барҙы. Ошо мәлдә буласаҡ ире менән танышҡас та мине: “Уға 30 йәшемдә үләсәгемде әйтергәме икән?” – тип аптыратты.

Заманында минең әхирәтем экстрасенсҡа барырға булып китте. “Уны барыһы ла маҡтай, дөрөҫ әйтә, тиҙәр. Мин уға яҙылдым да инде”, – тип бер кемебеҙҙе лә тыңламай юлға сығып китте. 20 йәштәге йәш ҡыҙ нимә белгеһе килгәндер инде. Әхирәтем экстрасенстан хәле бөтөп, кәйефһеҙ ҡайтып инде. Экстрасенс уға бик яҡшы кешегә кейәүгә сығасағын, аҡыллы балалар, яҡшы эш күрәҙәләгән, әммә ун йылдан үләсәген дә әйткән. Әхирәтемде йыуатыу - әүрәтеү өсөн йылға яҡын ваҡыт киткәндер. Ул әкренләп тынысланып йәшәй башланы. Тик календарь ҡуйып, үҙенең ғүмерен билдәләп барҙы. Ошо мәлдә буласаҡ ире менән танышҡас та мине: “Уға 30 йәшемдә үләсәгемде әйтергәме икән?” – тип аптыратты. Яратҡан кешеңде ҡурҡытма, тип көскә тыйып ҡуйҙым. Игеҙ балалары тыуҙы, бик матур йәшәп киттеләр. Әхирәтем декрет ялынан һуң ысынлап та бик яҡшы ергә эшкә урынлашты. Миңә лә экстрасенстың күрәҙәләүе тормошҡа аша кеүек тойола башланы. Әхирәтем 30 йәшен өйөндә, ҡунаҡтар саҡырмайынса, балаларын ҡосаҡлап ултырып ҡаршыланы. Ҡурҡыу яңынан әйләнеп ҡайтты. Эшкә лә йөрөй алмай башлағас, больничный алды. Бер ай үткәс, бер көн ире миңә шылтыратып, әхирәтемде машина төкөгәнен әйтте. Мин шунда уҡ “Экстрасенстың күрәҙәлеге тормошҡа ашты, әхирәтемде юғалттым”, – тип уйланым. Бәхеткә, ул тере булып сыҡты. Был авариянан һуң аяғы аҫҡап ҡалһа ла, әхирәтем тынысланды. Тиҙҙән ул 46-сы тыуған көнөн үткәрәсәк, барыһы ла һәйбәт. Шуға күрә күрәҙәлек ҡылдырыр алдынан ныҡлап уйлағыҙ. Әгәр ул һеҙгә ниндәйҙер насар хәбәр әйтһә, һеҙ үҙегеҙҙең генә түгел, ә яҡындарығыҙҙың да тормошон ағыулаясаҡһығыҙ.
Ә. Халисова.
Читайте нас в