Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Февраль 2022, 13:52

Ҡултамғаһын алдап ҡуйған

Сибай ҡалаһында Роспотребнадзор хеҙмәткәре матурлыҡ салоны хужаһының ҡултамғаһын алдап ҡуйған. Был хәйләгә ул штраф һалыу өсөн бара. 

Ҡултамғаһын алдап ҡуйған
Ҡултамғаһын алдап ҡуйған

Салон хужаһының исемен Альбина тип алайыҡ. Альбинаға бүлмәләге һауаны зарарһыҙландырыу өсөн махсус ҡоролма ҡуйырға ҡушыла. Ә бынан ниндәйен алырға икәнен аңлатып тормайҙар. Шуға ла был ханым үҙ ҡарамағына һайлап ала. Әммә был девайс стандарттарға тап килмәй. Күп тә тормай салонға 50 мең һумлыҡ штраф һалына. 

Альбина оҙаҡ уйлап тормай юристы яллай. Үҙ эшенең оҫтаһы протоколда сәйер генә ҡултамғаға иғтибар итә. Экспертиза уның яһалма ҡултамға икәнен раҫланы.

Ғәйеплене тиҙ табалар. Ул -- Роспортебнадзор хеҙмәткәре Рәсимә. Һалынған штраф булмаясаҡ. Ә бына ялған ҡултамға һалған хеҙмәткәрҙе тикшереүҙәр көтә.

Сығанаҡ: https://t.me/mash_batash 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: