Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Июль , 11:18

Улар ҡояш электростанцияһын төҙөү эшенә тотонған

Ҡояш электростанцияһын төҙөү тәбиғи һәләкәттәрҙән ҡотҡарып алып ҡалыр, тип белгестәр белдерә.

Улар ҡояш электростанцияһын төҙөү эшенә тотонған
СИБУР «ПОЛИЭФ»та ҡояш электростанцияһын төҙөү эшенә тотонған. Предприятиела ҡояш панелдәрен тоташтырыу өсөн тәүге свайҙарҙы (терәк бағаналарҙы) урынлаштыра ла башланылар. Проект тәбиғи электроэнергияһын арттырып, производствола углерод эҙен кәметеүгә алып киләсәк. Һөҙөмтәлә ҡояш электростанцияһы ПОЛИЭФтың икенсел проекты булған тәбиғи ПЭТ-гранулаларҙы етештереүҙә ярҙам итәсәк. 
 
Электростанцияның проектная ҡеүәте 4,9 МВт тирәһе, ә ҡояш панелдәренең дөйөм майҙаны - 8 Га. Проектҡа инвистициялау сирек миллирдтан ашыу һум тәшкил итә. Предприятие төҙөлөш эштәрен 2022 йылдың ғинуарында тамамларға планлаштыра.

- Бөгөн беҙҙең өсөн мөһим көн. Беҙ бөгөн ҡояш электростанцияһы төҙөлөш эшенә  тотондоҡ. Был проектты ғәмәлгә ашырып, беҙ СИБУР майҙансығында тәүге тәбиғи энергияны ҡулланыусылар булара танылабыҙ. Һөҙөмтәлә СИБУР тәбиғи электроэнергияны 2019 йылға ҡарағанда 5 тапҡырға уйлай, - ти «ПОЛИЭФ» генераль директоры Евгений Семенько.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, апрелдә ПОЛИЭФ майҙансығында тәбиғи ПЭТ-гранулаларын етештереү старт алды. Был проект СИБУР өсөн
генә түгел, Башҡортостанда Республикаһы өсөн дә мөһим. Етештереү майҙансығын 2022 йылдың тәүге
яртыһында эшләтеп ебәреү планлаштырыла.
 
Бындай технологияларҙы Башҡортостан предприятиеларында ҡулланыу «Экология» милли пректына ярашлы эшләнә. 
 
«Экология»милли пректы Рәсәй Президенты В.В. Путин указына ярашлы 2019 йылда ғәмәлгә индерелә башланы.
#Путин #нацпректы
 
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/124342 
Автор:Эльмира Киеккужина